Йәмғиәт
13 Февраль 2022, 09:00

Аркалы күпер ябыла

Иғтибар! Хәрәкәт схемаһы үҙгәрәсәк.

Аркалы күпер ябылаАркалы күпер ябыла
Аркалы күпер ябыла

Белгестәр Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күперен хәүефле тип һанай. Шуға ла ул 1 марттан ремонтҡа ябыла. Яңы өҫтәмә күпер баш ҡаланан сығыу яғына эшләйәсәк. Аэропортҡа илткән юлдың дүрт һыҙаты ла 14 февралдән асыласаҡ.

Әле өҫтәмә күперҙә элекке һыҙат юйылған, юл билдәләре ҡуйылған. Һауа шарттары яҡшырғас, яңы һыҙат һалынасаҡ. Бынан тыш, аркалы күпергә Салауат Юлаев  проспектынан инеү юлы ябылған: бында бетон блоктар һәм тейешле билдәләр ҡуйылған. Был автомобилселәр алдан уҡ яңы юл схемаһына өйрәнә башлаһын өсөн күрелгән сара.

    

Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.

Аркалы күпер ябыла
Аркалы күпер ябыла
Аркалы күпер ябыла
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас