Йәмғиәт
14 Февраль 2022, 08:15

Ҡар менән ваҡытында көрәшергә кәрәк

Декабрҙа ғына уртаса айлыҡ норманың 178 проценты яуған. Шуға күрә был айҙа эш ваҡытында башҡарылмаған.

Ҡар менән ваҡытында көрәшергә кәрәкҠар менән ваҡытында көрәшергә кәрәк
Ҡар менән ваҡытында көрәшергә кәрәк

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ҡала һәм райондарҙа ҡар таҙартыу мәсьәләһенә бәйле һөйләшеү булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итте һәм ваҡытында ҡарҙы таҙартып, сығарырға ҡушты.

– Үткән аҙнала беҙ махсус рәүештә йыйылып ошо турала һөйләштек. Был проблемаға етди ҡарағыҙ. Әле тышта 14 февраль, билдәле булыуынса, февраль менән март беҙҙә бик ҡарлы айҙар, алда эштәр күп. Булған ҡарҙы ваҡытында сығарығыҙ, – тине ул.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, быйыл төбәктә ҡар ныҡ күп яуған. Декабрҙа ғына уртаса айлыҡ норманың 178 проценты яуған. Шуға күрә был айҙа эш ваҡытында башҡарылмаған.

– Өфөлә урам-юл селтәрҙәрен, тротуарҙарҙы һәм ихата биләмәләрен таҙартыу өсөн иң күп техника йәлеп ителгән. 10 февралдән ҡалала сменаһына 300 берәмек техника йәки тәүлегенә 500 берәмек техника йәлеп ителде, сөнки төндә бөтә предприятиеларҙың да ике сменала эшләй алырлыҡ водителдәре юҡ. 10 февралдән 11-нә тиклем ҡар сығарыу буйынса 3637 рейс башҡарылған, сағыштырыу өсөн, алдағы тәүлектә рейстар һаны 2000 меңдән саҡ ҡына кәмерәк тәшкил иткән. Рейстар һанын икеләтә тиерлек арттырҙыҡ. Шәмбе, 12 февралдә, Өфө ете яңы “Урал” автомобиле алды. Бөтәһе ошондай туғыҙ машина ебәреү тураһында һөйләшеп килештек – икәүһе был аҙнала килтерелә, – тине Алан Марзаев.

Фото: rb7.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас