

Республика менән идара итеү үҙәге тәүлек эсендә биләмәләрҙең ҡарҙан таҙартылмауына, автомобилдәрҙең ҡар “ҡапҡан”ына эләгеүенә дәғүә белдереп яҙылған 130 мөрәжәғәтте ҡабул иткән.
????Бына уларҙың береһе. Нефтекамала йәшәүсе Вадим Вәлитов Радий Хәбировтың сәхифәһендә юлдарҙың ҡарҙан таҙартылмауы сәбәпле, Апрель тыҡрығынан үтеп булмауы тураһында хәбәр итә. Мөрәжәғәт 12 февралдә теркәлә.
“Танып” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ул урынды тап шул көндө таҙартырға планлаштырған булалар – тыҡрыҡ тиҙ арала ҡарҙан таҙартыла.
Ҡағиҙә булараҡ, коммуналь хеҙмәттәр тәү сиратта кешеләрҙең хәүефһеҙлеген уйлап, автомобилдәр йөрөгән юлдарҙы ҡарҙан һәм боҙҙа таҙарта, аҙаҡ тыҡрыҡ һәм башҡа урыдарға тотоа.
Ҡар таҙартылмаһа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
-идарасы компанияның ҡыҙыу линияһы һәм райондың рәсми сайты аша;
- Өфөлә йәшәүселәр заявка бирә ала:
▫Берҙәм ҡала кол-үҙәгенә - 8 (347) 277-09-11 номерына
▫телеграм-бот Ufahotbot аша
???? Республика менән идара итеү үҙәге эшен дауам итә һәм халыҡтың мөрәжәғәтен ҡабул итә.
#ЦУРБашкортостана #решаемвместе