Йәмғиәт
14 Февраль 2022, 11:00

Яңы маршрут һынау үтә

Өфөлә транспорт реформаһы дауам итә. 

Яңы маршрут һынау үтәЯңы маршрут һынау үтә
Яңы маршрут һынау үтә

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда, айырыуса, Өфөлә транспорт реформаһы бара. Был тема Радий Хәбировтың республика етәксеһе вазифаһында тәүге башланғыстарының береһе булды һәм 2018 йылдың көҙөндә башланды. Программаға автопаркты алмаштырыу, маршруттарҙы оптималләштереү, пассажирҙар ташыу баҙарын законлаштырыу инде.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров властарға транспорт реформаһының сираттағы этабын үткәрергә кәрәклеген белдерҙе.

– Үткән аҙнала беҙ транспорт өлкәһе менән ярайһы уҡ тығыҙ эшләнек, яңы техника һатып алған шәхси ташыусылар менән аралаштыҡ. Әле Өфө һәм республикала транспорт системаһын үҫтереү яңы этапҡа күсә. Тәүҙә беҙ иҫке тутыҡҡан техниканы алмаштырып һәм ғәҙәти автопарк булдырып нигеҙ һалдыҡ. Хәҙер Өфөлә автобустың уртаса йәше 3-4 йыл тәшкил итә, был бик яҡшы күрһәткес, ә өс йыл элек автобустың уртаса йәше 10 йылдан ашыу ине. Артабан интеллектуаль мәсьәләне – даимилыҡты һәм интервалды күҙәтеүҙе хәл итергә кәрәк. Бында интеллектуаль ҡарарҙар кәрәк. Проблеманы “Транспорт сәғәт”тәрендә тикшерәбеҙ, киләһе кәңәшмәлә тағы доклад көтәм, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев бөгөн Өфө урамдарына 167-се яңы маршрут буйынса яңы автобустар сығыуы тураһында хәбәр итте.

– Маршрутты һынап ҡарау барышында бөтә пассажирҙар менән әңгәмә үткәрелә. Проблемалы участкаларҙы ябыу өсөн маршруттың трассаһын аныҡларға теләйбеҙ. Төштән һуң киң мәғлүмәт сараларында маршруттың аныҡ параметрҙары иғлан ителә, – тине Александр Булушев.

Маршруттың муниципаль-ара булыуы билдәле, сөнки ул Өфө районы аша үтә.

Фото: news102.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас