+21 °С
Болотло


Өфөлә ун йәшлек Арсений И. урамда уйнап йөрөгән еренән ғәйеп булғайны. Был хаҡта полицияға әсәһе хәбәр иткән.
Баланы эҙләүгә ирекмәндәр, хоҡуҡ һаҡсылары сыҡты. Бына, ниһайәт, шатлыҡлы хәбәр килде: малай иҫән-һау, Салауат районының Ташауыл ауылында табылған. Өфөнән әллә күпме алыҫта ятҡан ергә ул нисек барып сыҡҡан? Хоҡуҡ һаҡсыларына быны асыҡлаясаҡ. Шулай уҡ улар баланың өйҙән нисек сығып киткәне хаҡындағы хәбәрҙе лә яңынан тикшерә, тип Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: "Башинформ".