Йәмғиәт
15 Февраль 2022, 18:15

Бер нәмә лә мәңгелек түгел

1 марттан аркалы күперҙә реконструкция эштәре башлана.

Бер нәмә лә мәңгелек түгелБер нәмә лә мәңгелек түгел
Бер нәмә лә мәңгелек түгел

Бер нәмә лә мәңгелек түгел, ә көнө-төнө файҙаланыуҙа булған күперҙәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Өфөләге Ағиҙел аша аркалы күпер 50 йыл файҙаланыуға тәғәйенләнһә лә, инде 66 йыл сафта, шуға ла уны артабан шул килеш тотоу хәүеф тыуҙыра.

Мәғлүм булыуынса, 1 марттан уны ремонтҡа ябалар. Водителдәргә уңайһыҙлыҡтар тыумаһын өсөн, ҡалған ике күперҙә хәрәкәт итеү схемаһы булдырылған.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау буйынса начальнигы урынбаҫары Евгений Кулешов аркалы күпер буйынса фекере менән уртаҡлашты.

"Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер баш ҡаланың йөҙө булып тора, ул ҙур юбилейға ремонтланып, элекке хәленә ҡайтарыласаҡ. 1 марттан реконструкция эштәре башлана. Объект 57 процентҡа таушалған. Төп сәбәптәре – аралыҡ конструкциялары серегән, тимер-бетон япмалары иреп сыҡҡан һәм һыуыҡҡа боҙолған, йәйәүлеләр зонаһындағы кәртәләрҙең емерелеүе ихтимал. Былар барыһы ла автомобилселәр өсөн дә, йәйәүлеләргә лә ҡурҡыныс тыуҙыра. Шуға ла иҫке күперҙе реконструкциялау проекты әҙерләнгән.        

Күперҙең тышҡы йөҙө һәм аркаһы һаҡланасаҡ. Яңыртылғас, был объект тағы ла 50 йыл халыҡҡа хеҙмәт итәсәк. Төҙөлөш эштәрен “Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәте атҡарасаҡ, контракт хаҡы дүрт миллиард һумдан ашыуға торошло.

Күперҙе реконструкцияға ябыуға бәйле, автотранспорт саралары өсөн ҡалаға инеү һәм сығыу схемаһы үҙгәрә. Яңы күпер аша ҡаланан сығыу өсөн дүрт һыҙат ойошторолған, шулай уҡ 1991 йылда төҙөлгән күпер буйынса сығыуға бер һыҙат бирелгән. Ошо уҡ күперҙә тағы ла бер һыҙаттағы йүнәлеш, хәрәкәт ағымына ҡарап, көйләнеп тороласаҡ", – тине Евгений Кулешов.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.  

Бер нәмә лә мәңгелек түгел
Бер нәмә лә мәңгелек түгел
Бер нәмә лә мәңгелек түгел
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас