

Асҡын ерендә урындағы район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлинде белмәгән кеше юҡ: эшҡыуар төбәк тормошонда әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ яҡташтарына төрлө мәсьәләләр буйынса ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Үҙе менән бәйләнешкә ингәс: ”Мин – Танып ырыуы башҡорто булам. Шәжәрәмде бик ҡыҙыҡһынып, теләп өйрәндем. Олатайҙарым араһында данлыҡлы тимерселәр булғанын асыҡланым. Ҡан тартмаһа, йән тарта, йән тартмаһа, ҡан тарта, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер: мин дә тимерсе эшен сәнғәт кимәленә еткереп була, тип иҫәпләйем. Тыуған еремдә халҡыма файҙа килтереп йәшәүемә, эшләүемә ысын күңелдән шатланам”, – тине Эдуард Йәмил улы.
Ул – республикала киң таралған “Атайсал” проектының әүҙем ҡатнашыусыһы. Эдуард Йәмил улы Красноярск өлкәһендә тыуып үҫкән, ете йәшендә Тимерғәлиндар Башҡортостанға, тыуған Асҡын районына күсеп ҡайтҡан. Эдуард Йәмил улының бала сағы Барахаевка ауылында үткән, атаһы колхозда тракторсы, әсәһе фермала һауынсы булып эшләгән.
Хәрби хеҙмәттән һуң Эдуард токарь булып хеҙмәт юлын башлаған, әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң уны тимерсе эше нығыраҡ ҡыҙыҡһындырған, һыу һәм ут ярҙамында бөгөлмәҫтәй тойолған тимерҙән ғәжәйеп әйберҙәр эшләп булғанын аңлаған һәм ошо эшкә тотонорға ниәтләгән ул.
Бер нисә йылдан, бер аҙ бол һәм тәжрибә туплағас, ошо йүнәлештә шәхси эшен асып ебәргән Эдуард Тимерғәлин. Барахаевка ауылында художестволы сүкеп яһалған әйберҙәр яһау буйынса оҫтахана асҡан һәм бына нисә йыл яҡташтарын ғына түгел, тирә-яҡ райондарҙа йәшәүселәрҙе лә тимерҙән сүкеп яһалған юғары зауыҡлы изделиелар менән шатландыра.
Эдуард Тимерғәлин йәмәғәт эштәрендә, район тормошонда ла теләп ҡатнаша, тигәйнек. Мәҫәлән, “Атайсал” республика проектын тыуған Асҡын ерендә әүҙем тормошҡа ашырыусыларҙың береһе ул. Әүҙем эшҡыуар 12 проектты тормошҡа ашырмаҡсы. Асҡын ауылындағы мәсет кәртәһен һәм яҡтылыҡ системаһын яңыртыуҙы ул тормошҡа ашырған да. Бәләкәстәр өсөн хәйриә спектаклен дә уның ярҙамы менән ҡуйғандар. Урындағы сиркәүгә лә ярҙам иткән: тимерҙән дин әһелдәре һораған кәрәк-яраҡты эшләп биргән.
Ғөмүмән, мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнеү Эдуард Тимерғәлин өсөн яңылыҡ түгел: “Атайсал”ға тиклем дә ул райондағы барлыҡ сараларҙа теләп ҡатнашҡан, бер кемде лә ярҙамынан өҙмәгән. Балаларға даими Яңы йыл бүләктәре әҙерләүен әйтеп тораһы ла түгел; ауылдаштарын ойоштороп, урындағы быуаны таҙартҡандар; Ҡыйғаҙы ауылы мәктәбе һәм клубына – яңы ҡапҡа, сәнғәт мәктәбенә яңы эскәмйәләр эшләп биргән һәм башҡалар.
Уның тырышлығын район хакимәте юғары баһалай һәм рәхмәт хаттары менән даими билдәләп тора. Шулай ҙа, эшҡыуарҙың күңелен башҡа ғәмәл йылыта: кешеләрҙең яҡты йөҙө, рәхмәтле булыуы уға күпкә мөһимерәк.
– Аҡса тип бер ваҡытта ла иҫем китмәне. Уны хәләл хеҙмәтем менән эшләй алам һәм башҡаларға ла файҙа килтерәм икән – бына ошо миңә дәрт-дарман өҫтәй, илһам бирә. Аҡса – ул шартлы төшөнсә. Уны бер кем дә үҙе менән теге донъяға алып китә алмай, шуға уны йәлләргә, һаҡларға ярамай, ә файҙа өсөн тотонорға кәрәк, тип иҫәпләйем, – тип донъяуи фәлсәфәһе менән бүлешә Эдуард Тимерғәлин.
Мәҫәлән, былтыр майҙа тыуған ауылы Барахаевкала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск асылған, унда ошо ауылдан һәм башҡа эргә-тирәләге ауылдарҙан яу яланына киткән батырҙарҙың исемдәре уйып яҙылған. Иҫтәлекле обелиск Эдуард Йәмил улының матди ярҙамы менән сафҡа индерелгән.
Эдуард Тимерғәлиндең тағы мөһим эше бар: ул белемен артабан камиллаштырмаҡсы һәм Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында белем ала, юриспруденцияны өйрәнә. Күңелендә ҙур хыялы йәшәй: районда металл изделиелары етештерә торған күп эш урынлы предприятие булдырмаҡсы.
– Һәр кеше үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырырға тейеш. Эргә-тирәбеҙҙәге матурлыҡ һәм тәртип өсөн фәҡәт үҙебеҙ яуаплы. Кешеләр быны яҡшы аңлай һәм һәр саҡ ыңғай башланғыстарға ҡушылырға әҙер. Был мине бик илһамландыра – ти Эдуард Йәмил улы.
Рима Нәбиуллина, Асҡын районы Советы секретаре тыуған яғы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер яҡташы тураһында былай тип белдерҙе:
“Эдуард Йәмил улы һымаҡ кешеләр хаҡында халыҡта “алтын ҡуллы, оло йөрәкле”, тиҙәр. Ул уңғанлығы, булдыҡлылығы менән яҡташтары араһында күптән хөрмәт ҡаҙанһа, “Атайсал” республика проектында әүҙем ҡатнашып, асҡындарҙың йомарт һәм берҙәм, тырыш икәнлеген тағы берҙе иҫбатланы. Ниндәй эшкә тотонһа ла, ҡулынан килә, юғары маҡсаттар менән йәшәй.
Бөгөн уның алтын ҡулдары булдырған әйберҙәр райондың барлыҡ ауылдарын тиерлек биҙәй: семәрле ҡапҡалар, кәртәләр, төрлө арт-объекттар, көнкүреш ҡаралтылары. Эдуард Йәмил улының буш ултырғанын бер ваҡытта ла күрмәҫһең. Бихисап эштәрҙе ысын күңелдән, бушлай башҡара – яҡташтарыма ярҙам йөҙөнән, ти. Барахаевкала ғына, мәҫәлән, “Мин ауылымды яратам” арт-объекты, ҡоҙоҡ кәртәһе эшләп ҡуйҙы, быуаны таҙарттырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск та – уның тырышылығы.
“Атайсал” проекты сиктәрендә Эдуард Тимерғәлин 400 мең һумдан ашыулыҡ эштәрҙе тормошҡа ашырҙы, уның тырышлығы менән район үҙәге йәмләнеп ҡалды. Булдыҡлы һәм ихлас яҡташыбыҙға иҫәнлек, һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!" – тине Рима Шамил ҡыҙы.
Фотолар геройҙың шәхси сәхифәһенән.