Йәмғиәт
15 Февраль 2022, 12:15

Президент гранттарына конкурс иғлан ителде

Һайлап алыу шарттары һәм тәртибе, шул иҫәптән ҡатнашыуға ғариза биреү талаптары - беҙҙең сайтта. 

Президент гранттарына конкурс иғлан ителдеПрезидент гранттарына конкурс иғлан ителде
Президент гранттарына конкурс иғлан ителде

1 февралдән 15 мартҡа тиклем 2022 йылда граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн Президент гранттары биреү буйынса икенсе конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Һайлап алыу 2019 йылдың 30 ғинуарындағы «Рәсәй Федерацияһы Президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн ҡаралған гранттары тураһында» 30-сы һанлы Указға ярашлы үткәрелә.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттары түбәндәге йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:

  • социаль хеҙмәттәр, граждандарҙы социаль тәьмин итеү һәм яҡлау;
  • граждандар һаулығын һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау;
  • ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм бала саҡ ярҙамы;
  • йәштәр проекттарына булышлыҡ итеү;
  • фән, мәғариф, мәғрифәтселек өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү;
  • тарихи хәтерҙе һаҡлау;
  • кеше һәм гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау, шул иҫәптән тотҡондарҙың хоҡуҡтарын яҡлау;
  • тирә-яҡ мөхитте һәм хайуандарҙы һаҡлау;
  • милләт-ара һәм үҙ-ара татыулыҡты нығытыу;
  • йәмәғәт дипломатияһын үҫтереү һәм ватандаштарға ярҙам итеү;
  • граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар Президент гранттары фондының — Президент гранттары.рф рәсми сайтында формалаштырыла һәм электрон рәүештә тапшырыла. Еңеүселәр 2022 йылдың июнендә билдәләнәсәк, проекттарҙы финанслау 2022 йылдың 1 июленән башланасаҡ.

Шарттар һәм талаптар менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була: https://президентскиегранты.рф/public/home/about/contest-documentation

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас