Тәтешле районының Гәрибаш ауылында йәшәгән ир бергә көн иткән ҡатындың йорт-ҡураһын үртәгән, тип хәбәр итә «Башинформ».
Хәл былайыраҡ булған: ир менән ҡатын араһында низағ сыға, йыш ҡына ҡырын тейәргә яратҡан ир ул көндө лә арыу уҡ иҫерек булған. Эсеүе генә етмәгән, ир бик көнсөл дә икән. Шул нигеҙҙә ҡатындың ғүмеренә янап, бысаҡ менән һелтәнгән. Ҡобараһы осҡан бисараға күрше ауылға туғандарына ҡасыуҙан башҡа сара ҡалмаған. Ә ир уғата ла енләнеп, үс алыу маҡстында мунсаға, һарайға ут төрткән. Ут хатта йортҡа тоҡанған, ярай әле ваҡытында күреп ҡалыусылар булып, уны һүндереүгә өлгәшкәндәр.
Ә бына мунса, һарайҙағы мал-тыуар, ҡош-ҡорт янып әрәм булған. Йәмғеһе матди зыян 175 меңлек тәшкил иткән. Хәҙер янъялсы иргә суд алдында яуап бирергә тура киләсәк, тип хәбәр итәләр төбәк прокуратураһынан.
Фото: newsbash.ru