

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадрҙарға ҡағылышлы мөһим ҡарарҙарҙы иғлан итеүҙән башланы. Дүшәмбе көн Нефтекама ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев вазифаһын ҡалдырҙы. Уның урынында был вазифаны ваҡытлыса беренсе урынбаҫар Эльдар Вәлидов башҡарасаҡ.
– Бына әле генә Нефтекама Ҡала советы ултырышы булды. Ратмир Мәүлиев, яңы эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһын ҡалдырҙы. Мин уға эше өсөн рәхмәт әйтәм – Нефтекама ҡалаһы был осорҙа яҡшы үҫеште. Ҡала Советы ҡарарына ярашлы әлегә уның урынында Эльдар Вәлидов ҡаласаҡ. Уға уңыштар теләйбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. Республика Башлығы белдереүенсә, ул уға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын тәҡдим иткән.
Шулай итеп, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков та вазифаһын ҡалдыра. Ул Башҡортостандың Мәскәү ҡалаһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә етәксе итеп тәғәйенләнә.
– Сергей Грековтың тырышлығы, компетенцияһы һәм тәжрибәһе беҙгә Мәскәүҙә бик кәрәк буласаҡ. Мин уға Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеккә етәкселек итергә тәҡдим яһаным, ул был вазифаны республика Хөкүмәтенең вице-премьеры рангында башҡарасаҡ. Уның һөнәри, кешелек сифаттары, бизнес проекттар өлкәһендәге тәжрибәһе унда бик кәрәк буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Көсөргәнешле эшләп алырға кәрәк
Башҡортостанда коронавирус менән сирләгән кешеләр һаны көн һайын антирекордтар ҡуя. Һуңғы тәүлектә лә күрһәткес бик ҙур – 3780. Пандемия башланғаны бирле иһә был диагноз 164708 кешегә ҡуйылды. Был турала вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та, төбәктә коронавирустың таралыуы буйынса хәл ябай түгел, әммә ул контролдә тотола, тине.
“Әлегә көсөргәнешле тәртиптә эшләп торорға тура киләсәк”, – тине Радий Хәбиров.
Сир менән 23413 кеше амбулатор шарттарҙа, өйҙәрендә дауалана. Дауаханаларҙа 327 кеше ята, уларҙың 23-ө – ауыр хәлдә. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, коронавирус менән сирләгәндәр өсөн дауаханаларҙа урындар һаны арттырылған.
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация кампанияһы дауам итә. Прививканың беренсе компонентын 2419275 кеше һалдырған, 2264882 кеше был процедураны тулыһынса тамамлаған. 338 мең кеше ревакцинация яһатҡан.
Үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән “Спутник М” вакцинаһын 2759 бала һалдырған. 14 үҫмер вакцинаның икенсе компонентын да ҡуйҙырып өлгөргән. Максим Забелин белдереүенсә, бер кемдә лә кире эҙемтәләр табылмаған.
Радий Хәбиров властарға транспорт реформаһының сираттағы этабын үткәреү кәрәклеген белдерҙе.
– Үткән аҙнала беҙ транспорт өлкәһе менән ярайһы уҡ тығыҙ эшләнек, яңы техника һатып алған шәхси ташыусылар менән аралаштыҡ. Әле Өфөлә һәм республикала транспорт системаһын үҫтереү яңы этапҡа күсә. Тәүҙә беҙ иҫке техниканы алмаштырып, ғәҙәти автопарк булдырып, нигеҙ һалдыҡ. Хәҙер Өфөлә автобустың “уртаса йәше” өс-дүрт йыл тәшкил итә, был бик яҡшы күрһәткес, өс йыл элек ул 10 йылдан ашыу тәшкил итә ине. Артабан даимилыҡты һәм интервалды күҙәтеүҙе хәл итергә кәрәк. Проблеманы “Транспорт сәғәт”тәрендә тикшерәбеҙ, киләһе кәңәшмәлә тағы доклад көтәм, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ ул Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге һәм Ҡайтарылған исемдәр музейын булдырыу мәсьәләһен тиҙләтеүҙе күтәрҙе. Ул был һорау менән Премьер-министр Андрей Назаровҡа, вице-премьер Азат Бадрановҡа һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға шөғөлләнергә, ошо арала кәңәшмә үткәрергә ҡушты.
Миграция күрһәткестәре ҡыуандыра
“Республика халҡы миграцияһы – махсус иғтибар талап иткән мәсьәлә”, – тип башланы сығышын Ленара Иванова. Кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры республикалағы ағымдағы миграция хәле тураһында һөйләне.
Былтыр миграция сәйәсәте тармағында башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара һәм ҡыҙыҡһыныуы булған ведомстволарҙың эшмәкәрлеген координациялау буйынса вәкәләттәр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иңенә һалынғайны.
– Дөйөм алғанда, Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 2014 йылда республиканан ситкә китеүселәрҙең һаны төбәккә килеүселәр һанынан артҡан, йәғни миграцияның кире сальдоһы күҙәтелгән. Һынылыш осоро тип 2021 йылдың июнен билдәләргә була, тәүге ярты йыллыҡта үҫеш 330 кеше тәшкил иткәйне. Артабанғы айҙарҙа был күрһәткес тотороҡло үҫеште күрһәтте, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.
Министр белдереүенсә, 2018 йылда республиканан халыҡтың күпләп ситкә китеүе күҙәтелгән (-8858 кеше). Был – иң ҙур күрһәткес.
Росстаттың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостан Республикаһы халҡы 4001,1 мең кешенән саҡ ҡына юғарыраҡ (4 001 052 кеше) тәшкил иткән.
2020 йылдан алып республиканан кешеләрҙең китеүе кәмей башлаған, ә 2021 йылда килгәндәр киткәндәрҙән артҡан. Ошо сәбәпле былтыр Башҡортостан өс үҙенсәлекле рекорд ҡуя. Беренсеһе – һигеҙ йылда беренсе тапҡыр йыл миграция үҫеше менән тамамланған. 2021 йылдың 11 айы һөҙөмтәһе буйынса ла миграция үҫеше 7963 кеше тәшкил иткән. Икенсеһе – 2000 йылдан алып тәүге тапҡыр төбәк-ара миграцияның ыңғай сальдоһы күҙәтелә: + 265 кеше. Һәм өсөнсө рекорд: биш йылда тәүге тапҡыр белем биреү миграцияһы үҫеше бар: + 2740 кеше.
Шулай уҡ министр белдереүенсә, төбәк-ара (эске) һәм халыҡ-ара (тышҡы) миграция былтыр ыңғай динамика күрһәткән.
Тағы бер ыңғай тенденция: кешеләр төньяҡ төбәктәрҙән ҡайта башлаған. Иң ҙур миграция үҫеше Урал федераль округы төбәктәре менән күҙәтелә (1486 кеше). Йәғни Рәсәйҙең төньяҡ төбәктәренән халыҡты тыуған еренә ҡайтарыу тенденцияһы тотороҡло булыуы тураһында әйтергә була. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә иң ҙур үҫеш Ырымбур өлкәһе менән күҙәтелә – 770 кеше.
Шулай уҡ граждандарҙың, шул иҫәптән сит илдәрҙән ватандаштарыбыҙҙың ҡайтыу тенденцияһы билдәләнә (БДБ – 6120 кеше, башҡа илдәр – 1578).
Дөйөм алғанда, министрлыҡ республика халҡын арттырыу, миграция үҫешен дауам итеү өсөн әүҙем эште дауам итә. Улар бының өсөн төрлө саралар, акциялар үткәрә, дәүләт ярҙамы күрһәтә.
Тармаҡта эш яйға һалына
Кәңәшмәлә тышҡы реклама темаһына етди һөйләшеү булды. Доклад менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сығыш яһаны.
Әйтергә кәрәк, былтыр ҙа кәңәшмәләрҙең береһендә ошо тема күтәрелгәйне. Максим Ульчев әле ул саҡта ҡуйылған бурыстарҙың нисек үтәлеүе тураһында һөйләне. Беренсе бурыс законһыҙ реклама конструкциялары менән көрәш ине. Етәксе белдереүенсә, ошо йүнәлештә 2021 йылдың туғыҙ айында башҡарылған эш һөҙөмтәһендә законһыҙ конструкциялар 304-тән 170-кә тиклем кәмегән (2020 йылда улар 2000-дән ашыу булған).
Бөгөн проблемалы урындар булып Өфө ҡалаһы (40), Әбйәлил районы (33), Краснокама районы (32) ҡала. Сибай менән эш тә һиҙелерлек һөҙөмтәләр биргән, ә былтыр ҡала был исемлектә антилидер булған. “Беҙ ҡала хакимиәте менән берлектә урынлаштырыу схемаһын әҙерләнек, йәшерен зонанан 70-тән ашыу реклама конструкцияһын алдыҡ”, – тине Максим Ульчев.
– Шулай уҡ уҙған йылдың июнендә муниципаль берәмек башлыҡтары менән семинарҙа тышҡы рекламаның иҡтисади һөҙөмтәлелеген күтәреү алымдары тураһында һөйләштек. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитеттар бюджеттарына 152 миллион һум кергән. Сағыштырыу өсөн 2019 йылда – 121 миллион, 2020 йылда – 139 миллион һум, – тине агентлыҡ етәксеһе.
Максим Ульчев һүҙҙәренсә, бынан алда конкуренцияны үҫтереү буйынса “юл картаһын” тормошҡа ашырыу маҡсатында реклама конструкцияларын ҡуйыу өсөн сауҙа үткәреү тураһында яңыса положение әҙерләнгәйне. Унда процедураны уҙғарыуҙың төп принциптары нығытылған. Шуларҙың береһе булған электрон аукцион үҙенең һөҙөмтәлелеген күп тапҡыр дәлилләп өлгөргән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө-Аэропорт” трассаһында һәм башҡа ҡалаға илтеүсе юлдарҙа торған реклама щиттарын алмаштырыу бурысын ҡуйҙы.
“Трассала технологик панелдәр торорға тейеш. Тейешле техник эш менән конкурстар үткәрергә, төп магистралдәргә аҡса һалырға әҙерҙәрҙе хеҙмәттәшлеккә йәлеп итергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.