

Аҙна башында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә хакимиәт башлығы алмашынды. Сергей Греков урынына был вазифаны Нефтекама ҡалаһының мэры Ратмир Мәүлиев башҡарасаҡ.
Өфөләр яңы етәксегә ҙур өмөттәр бағлай, ә нефтекамалар бер аҙ ҡайғыра ла һымаҡ. Улар хатта шаян итеп ошо ваҡиғаға арнап клип та сығарған. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
“Бына ошолай шаян һәм изге формала Нефтекама Ратмир Рафаил улын оҙата. Ул ысынлап та Нефтекама өсөн бик күпте эшләне.
Хәҙер минең өсөн шул мөһим: бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Өфө лә уға эше өсөн рәхмәтле булһын ине.
Алға, Ратмир!”, – тип яҙҙы ул.
Фото: gorobzor.ru