

1989 йылдың февралендә Бөйөк Ватан һуғышынан ике тапҡыр оҙағыраҡҡа һуҙылған Афған һуғышы тамамланды. Туғыҙ йыл, бер ай һәм ун һигеҙ көн рәттән ергә ҡан ҡатыш йәш ҡойола. Был яуҙа Рәсәйҙең 550 мең һалдаты һәм офицеры ҡатнаша.
Яугир-интернационалистар араһында Мәсетле районы егеттәре лә була. Яңы Мишәр ауылынан Рамир Сабир улы Камалов – шундай яугирҙәрҙең береһе. Уның атаһы хәрби осоусы булып хеҙмәт иткән, ә әсәһе колхозда эшләй. Ғаиләлә туғыҙ бала тәрбиәләнә, ата-әсәһенә ярҙам итеү өсөн Рамир Камалов етенсе класта уҡығанда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшкә төшә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, Красноуфимск училищеһына уҡырға инеп, слесарь-водитель һөнәрен үҙләштерә. 1970 йылдың октябрендә хеҙмәткә алына һәм Ленинград өлкәһенең Выборг районында водитель булып хеҙмәт итә.
– Һуғыш барғанын беҙ белмәнек, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Рамир Сабир улы. – Украинала етди уҡыуҙар үтәсәге хаҡында әйттеләр. Бер ваҡыт беҙҙе Выборг ҡалаһындағы емерелгән өй урынын таҙартырға ебәрҙеләр, шунда саҡта Афғанстанда һуғыш барғанлығы хаҡында белдек, тик ул турала бер ниндәй ҙә рәсми хәбәр булманы. Ошо хәлдән һуң башҡалар менән хәбәрләшеү булмаһын өсөн, беҙҙе ике көн буйы казарманан сығарманылар.
Тиҙҙән һалдаттарҙың “сәйәхәте” башлана: йөк самолетында Ленинград ҡалаһына осалар, һуңынан – Ырымбур, Сәмәрҡәнд, унда яңы хәрби техника алалар. Рамир Камалов ‘’БМ-21’’ хәрби машинаһына водитель итеп тәғәйенләнә.
– Артабан Советтар Союзының иң көньяҡ нөктәһенә – Афғанстан менән сиктәш Кушка ҡалаһына юлландыҡ. Өс дивизион составында беҙ палаткаларҙа урынлаштыҡ, көн дә хәрби күнекмәләр уҙғарыла. 23 февралдә беҙҙе таңғы биштә аяҡҡа баҫтырҙылар, байрам концерты булды, балалар сығыш яһаны, сәскәләр гөлләмәһе менән бүләкләне. Һуңынан һуғышҡа инәсәгебеҙ, граждандарға ярҙам итәсәгебеҙ, яуҙан әйләнеп ҡайтҡас, дан һәм хөрмәткә күмеләсәгебеҙ хаҡында хәбәр иттеләр, – тип хәтерләй Рамир Камалов.
Митингта һуғышҡа барырға теләмәгәндәргә сафтан сығырға тәҡдим итәләр, тик бер кем дә урынынан ҡуҙғалмай. Рамир Сабир улы хеҙмәт итеү барышында төрлө ауыр хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Ундағы хәл-ваҡиғаларҙың ҡайһы берҙәре ғүмерлеккә хәтерендә уйылып ҡалған.
– Иң ауыры тәүге артылыш булды, – тип хәтерләй яугир. – Колоннала машиналар күп – танк, БМП, БТР, яғыулыҡ, һыу, аш-һыу ташыусылар. Тышта ныҡ һыуыҡ, хәрби машиналар тау битләүе буйлап тар һуҡмаҡтан үтергә тейеш. Тап ошо урында тәүге юғалтыуҙар башланды – “Ураган” хәрби машинаһы экипажы менән тауҙан түбән осто.
Тау битләүенән төшкәс, дивизион Герат ҡалаһы янында урынлаша. Палаткаларҙа йәшәргә тура килә, уны йылытыу өсөн хәрби машиналарҙың тәгәрмәстәренә терәп ҡуйыуға әҙерләнгән утын, һуңынан снаряд йәшниктәре яғыла. Март башында Фәрәх провинцияһына тәүге хәрби рейд яһағанда Рамир Камаловтың хәрби машинаһы тәүге тапҡыр төбәп ут яуҙыра. Унда япон шәкәре һәм ебәк туҡыма тейәлгән келәткә юлығалар. Һуңыраҡ ошондай уҡ рейдтарҙа ҡорал келәттәренә лә тап булалар.
Һуғыш ваҡытында һалдаттарға күпте күрергә тура килә: биҙгәк, һары ауырыуы кеүек йоғошло сирҙәр меңәрләгән һалдаттың сәләмәтлегенә ҙур зыян килтерә, хатта үлем осраҡтары ла булғылай. Рамир Камалов, ниндәйҙер ризыҡтан ағыуланып, оҙаҡ ваҡыт госпиталдә ята, һуңынан әсәһе һалдат улын килеп ала.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, әсәһе янында ҡала, колхозда янғын һүндереүсе, келәт мөдире, бригадир булып эшләй, аҙаҡтан әҙерләүҙәр контораһында эшен дауам итә. Хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн льгота буйынса ағас бүлеп бирәләр, ул үҙ көсө менән өй һалып сыға. Йәмәғәте менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әле улар шәхси хужалыҡта мал ҡарап, ҡош-ҡорт үрсетеп, имен ғүмер кисерә.
Лариса РИЗВАНОВА.
Мәсетле районы.