

Һәр яңы йыл минең тыуған көнөм менән башлана. Ике байрамдың бергә килеүе бигерәк тә шатлыҡлы шул. Быйыл да ғүмеремдең 90-сы ҡышын ҙур һөйөнөстәр менән ҡаршыларға яҙҙы. Иң беренселәрҙән булып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров изге теләктәр менән тулы ҡотлауын еткерҙе. Республика етәксеһенең хеҙмәт ветерандарына ҡарата шундай ҙур иғтибары, йылы мөнәсәбәте мине ныҡ һөйөндөрҙө, әлбиттә.
Ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткергән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһаринаға, “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙә, йәш быуынды илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙәге хеҙмәте өсөн” дипломы һәм Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты миҙалын тапшырған Мәжит Ғафури музейы фонды рәйесе Люциә Камаеваға сикһеҙ рәхмәтлемен. Бынан 65 йыл элек Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында, 45 йыл элек Мәләүез районының Воскресенск ауылы мәктәптәрендә уҡытҡан уҡыусыларымдан ҡотлау һүҙҙәрен ишетеү айырыуса тулҡынландырғыс булды. Уҡытыусы өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы ни? Австралиянан, Алыҫ Көнсығыштан, Төмәндән, Ырымбурҙан, Екатеринбургтан шылтыратҡан уҡыусыларымдың тауышын ишетеүе бик тә күңелле, онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы.
Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы директоры Илнур Рәфил улы Сәлиховтың уҡытыусылар менән бергәләп, бынан 25 йыл элек эшләп киткән “Халыҡтар дуҫлығы” йортондағы хеҙмәттәштәремдең фатирыма ҡотларға килеүе бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тыуған көнөм менән ҡотлауы, рәхмәт һүҙҙәрен еткереүе, бүләк ебәреүе, һис һүҙһеҙ, тулҡынландырғыс ваҡиға булып иҫтә ҡаласаҡ. Ә Рәсәй телеканалында тапшырыуҙар алып барыусы Андрей Малаховтан “Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һеҙ халыҡҡа кәрәк!” тигән йылы һүҙҙәр яҙылған хат алыу мине аптырашта ҡалдырҙы, тиһәң дә була.
Үҙем тыуып үҫкән Күгәрсен районы етәкселәренә, яҡташтарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. “Мораҙым” район гәзите тормош һәм хеҙмәт юлыма арналған мәҡәлә менән ҡыуандырҙы. Район хакимиәте башлығының йылы һүҙҙәре, матур теләктәре йәшәүгә көс өҫтәне. “Ашҡаҙар”, “Юлдаш” радиотапшырыуҙар, матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре ҡотлау һүҙҙәре менән дәртләндерҙе.
Атайым менән әсәйемдең бала саҡта әйткән һүҙҙәре әле лә ҡолаҡта яңғырап тора. “Ашағаның ауыҙҙан күренеп тормай, башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһе генә халыҡҡа күренер. Шуға күрә һәр эшеңде байлыҡ туплар өсөн түгел, ә кешегә изгелек ҡылайым, илемә хеҙмәт итәйем, тип эшләргә өйрән”, – ти торғайны улар. Ошо васыятты ғүмер буйы иҫтә тоттом, хеҙмәт минең йәшәйешемдең маҡсаты булды. “Себеште көҙ һанайҙар”, ти халыҡ мәҡәле. 90 йәшемдә үҙем үҫтергән “себештәремде” бөгөн ҡыуанып һанайым, 70 йыллыҡ хеҙмәтемдең татлы емештәренән ауыҙ итәм, ошонан да ҙурыраҡ байлыҡтың, бәхеттең булыуын мин белмәйем.
Үҙемдең тыуған төйәгем – Башҡортостанымда йәшәүем, милләттәштәрем, туғандарым, балаларым, дуҫтарым менән аралашып тормош көтөүем менән бәхетлемен. Илде – ил, мине кеше иткән халҡыма, ышанысты аҡлаған етәкселәребеҙгә рәхмәтлемен. Киләһе йылдар илебеҙгә, республикабыҙға бары яҡты көндәр, именлек, берҙәмлек, халҡыбыҙға рух ныҡлығы, һаулыҡ алып килһен!
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.