

Cтәрлебаш районының Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, 16-сы гвардия Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан Советтар Союзы Геройы Сафа Хужам улын районда олоһо ла, йәше лә яҡшы белә. Матбуғатта ла С.Х. Хәсәнов тураһында мәҡәләләр баҫылып сыҡты, унда Луганск Республикаһының Красный Луч ҡалаһында ла Геройҙы хөрмәтләп иҫкә алыуҙарын яҙҙылар.
Ғорурлыҡ тойғоһо
Беҙҙең республика делегацияһы ла данлыҡлы дивизияның хәрби юлы үткән Луганск Халыҡ Республикаһында булып ҡайтты. Тап шул ерҙә 1943 йылдың 23 февралендә дивизия командиры, генерал-майор Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатов һәләк булған.
Делегация вәкилдәре, ҡала проспекттарының береһендә “Был урам Советтар Союзы Геройы Хәсәнов Сафа Хужам улы исеме менән аталған” тип яҙылған мемориаль таҡтаташ күреп, бик ғәжәпләндек һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек, тип белдерә.
Мемориалда шулай уҡ Башҡорт кавалерия дивизияһы азат итеүҙә ҡатнашҡан ҡала һәм ауыл исемдәре лә күрһәтелгән. Шул дәһшәтле йылдарҙағы совет һалдаттарының иҫтәлеген ҡәҙерләүселәргә ҡарата оло ихтирам хисе кисерҙек.
2021 йылдың ноябрендә республика вәкилдәре яңынан ошо ҡалаға барҙы. Делегацияға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Башҡортостан хәрби ветерандар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов етәкселек итте. Ҡунаҡтарҙы Красный Луч ҡала хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко ҡаршы ала. Делегация ағзалары өсөн мемориаль комплекс буйлап экскурсия үткәрелгән. Сафа Хужам улы Хәсәновтың иҫтәлекле билдәһенә сәскәләр һалынған, хәтер стелаһында уның фотоһын урынлаштырғандар. “Был турала Рәсәй телеканалдарының береһендә хәбәр ителде”, – тине делегация вәкилдәре. Ә Сафа Хәсәновтың улы Айрат атаһының хәрби юлы ентекләп яҙылған Герой көндәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Түбәндәге материал ошо яҙмалар нигеҙендә, авторҙың ҡайһы бер өҫтәмәләре менән яҙылды.
Юғары исем бирелә
С.Х. Хәсәнов 1916 йылдың июнендә ишле ғаиләлә тыуған. 1938–1940 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткән. Әрменән ҡайтҡас, колхоз рәйесе булып эшләгән. 1941 йылдың ноябрендә яңынан армияға саҡырылған. 1942 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлаған һәм 112-се (һуңыраҡ 16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының минометсылар взводы командиры булған.
Һәм бына беренсе алыш. Немец ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Тирә-яҡта снарядтар шартлай, был алышта совет һалдаттары дошманды сигенергә мәжбүр итә. Тиҙҙән дивизия Сталинград йүнәлешенә ебәрелә. Дон аша сығып, ун биш саҡрымдан һуң билдәләнгән урында позиция алалар. Сталинград һуғышы – Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы иң ҡаты, иң аяуһыҙ алыш ул. Бында, Волга һәм Дон йылғалары араһында, совет ғәскәрҙәре дүрт ай самаһы ҡаты оборона тота.
1942 йылдың ноябренең икенсе яртыһында контрһөжүмгә күскәс, Сталинград, Көньяҡ-көнбайыш, Дон фронттары ғәскәрҙәре дошмандың 22 дивизияһын ҡамап ала. Ә киләһе йылдың ғинуарында был төркөм тулыһынса тар-мар ителә. Алыштарҙың береһендә С.Х. Хәсәнов контузия ала. Башҡа яраланған һалдаттар менән Балашов ҡалаһындағы госпиталгә ебәрелә. Дауаланғандан һуң – йәнә фронтҡа...
Ул ваҡытта дивизия Ростов өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан була. Северский Донец йылғаһы эргәһендә тағы ла ауыр алыштар башлана. Совет һалдаттары, дошманды тар-мар итеп, Луганск өлкәһен азат итә. Август аҙағында дивизия Курск йүнәлешенә ебәрелә. Ҡаты бәрелештәрҙән һуң, ҡайҙа ҡарама – емерелгән ҡалалар, яндырылған ауылдар... Бер ваҡыт батальон һәм роталар менән танышырға командир Таһир Күсимов үҙе килә, аңлатыу эштәре үткәрә.
– Иртәгә өс дивизия менән Чернигов ҡалаһын азат итеү операцияһын башлайбыҙ, – тип хәбәр итә ул.
Мәсьәлә бик ҡатмарлы була. Ике көн ҡаты алыш бара, ҡала азат ителә. С.Х. Хәсәновты Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим итәләр. Ә бөтә дивизияны Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Дивизия Чернигов исеменә лайыҡ була. Сафа Хужам улы Хәсәновты полк командиры саҡырып ала. Уға 70 кеше алып, йылға аша сығып, төп көс килгәнсе оборона тоторға, тигән бойороҡ була. Йылғаны кәмәләрҙә сығалар, ҡаты алыш төндә лә тынмай, таң атҡансы 13 һөжүмде кире ҡағалар, ике взводтан 30 кеше генә иҫән ҡала, яраланыусылар ҙа күп була. Тағы ай ярым ваҡыттан, ноябрҙә, Октябрь революцияһының 26 йыллығына арналған байрам митингы үтә. Унда полк комиссары С. Әлибаев Сафа Хәсәновты Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә тәҡдим ителеүе тураһында белдерә.
Парадта Еңеү байрағын алып бара
Белоруссияның Гомель ҡалаһында иртән ҡаты алыш башлана. Немец ғәскәрҙәре сигенергә мәжбүр була, унда Сафа Хәсәнов яралана, госпиталгә ебәрәләр. 1944 йылдың ғинуар айында “Правда” гәзитендә Сафа Хужам улы Хәсәновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында мәғлүмәт була. 27 февралдә ҡаһарман яҡташыбыҙҙы дивизия штабына саҡыралар.
Корпус командиры генерал-лейтенант Константинов, дивизия командиры генерал-майор Белов, 1-се Белоруссия фронты Хәрби советы ағзаһы Телегин Герой исеменә тәҡдим ителгәндәргә Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарын тапшыра. Апрель айында Владимир өлкәһенең Волынск ҡалаһына барып етәләр. “Тимер юл эргәһендә оборона позицияларын һөжүм итергә” тигән бойороҡ алалар. Бында дивизия бер аҙна оборона тота, бер нисә һөжүмде кире ҡаға.
1944 йылдың июль айында Көнбайыш Буг йылғаһына барып етеп, Польшаға инәләр. Немецтар ҡаршылыҡ күрһәтә, әммә сигенә. Люблин ҡалаһын азат итәләр. Ошо ҡаланан йыраҡ булмаған Майданек концлагерын да күрә улар. 1945 йылдың ғинуар айында Пулов плацдармында барған алыштарҙа күп һалдат һәләк була.
Бер аҙнанан һуң ҙур булмаған ҡаланы азат иткәндә С.Х. Хәсәновтың яҡташы Вәлиәхмәт Сәғитов яралана. Уны Сафа плащ-палаткала яу яланынан алып сыға, ауыр хәлдә госпиталгә оҙата. Вәлиәхмәт Сәғитов ҡаты яранан һәләк була.
Ғинуар аҙағында Германияға барып етәләр. Алыштарҙың береһендә Ҡарағош ауылынан капитан Шәрифйән Ҡаһарманов һәләк була. 14 апрелдә “Одер йылғаһы эргәһендә оборона тоторға” тигән бойороҡ була.
Ике көндән һуң Берлин операцияһы башланыуы билдәләнә, барыһына ла хәлде ентекләп аңлаталар. Беҙҙең яҡтан 1-се, 2-се Белоруссия ғәскәрҙәре, 1-се Украина фронты ҡатнашлығындағы ҡаты алыштар була, фашист Германияһы еңелергә ашыҡмай. 22 апрелдә 16-сы гвардия Башҡорт кавалерия дивизияһын Көнбайышҡа ебәрәләр. Берлин ҡалаһынан алыҫ булмаған Науэн ҡалаһына һөжүм башлана.
Немецтар күперҙе шартлата, был беҙҙең ғәскәрҙәргә алға барырға ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Һуғыштың һуңғы көндәрендә һалдаттарҙың һәләк булыуын күреү Хәсәновҡа ауыр була. 2 майҙа Берлин операцияһы тамамлана. С.Х. Хәсәнов ике аҙнаға госпиталгә дауаланырға ебәрелә.
Алда яҡташыбыҙҙы иҫтәлекле көндәр көтә, уны һәм иптәштәрен дивизия штабына саҡыралар. Уларҙың буйын үлсәйҙәр ҙә иртәгәһенә килергә ҡушалар. Һуңынан Берлинға алып баралар, Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадында ҡатнашыуҙары тураһында хәбәр итәләр. Баш ҡалаға поезда 5 майҙа килеп етәләр, улар менән бергә дивизия командиры (уларҙың подразделение командиры була) Белов та килә. Һуңынан парад репетицияһы башлана. Сафа Хәсәнов II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың 24 июнендә – тарихи Еңеү парады көнө. Иртән Ҡыҙыл майҙанда сафтарға теҙелеү башлана. Мавзолей трибунаһына Сталин, Маленков, Молотов, Жданов, Калинин, Ворошилов, Василевский, Микоян, Конев һәм башҡалар күтәрелә. Парад башлана. 1-се Белоруссия фронты яугирҙәре, шул иҫәптән Сафа Хәсәнов, парадта Еңеү байрағын алып барыу хоҡуғына лайыҡ була.
Сафа Хужам улы 1947 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. Район башҡарма комитетында, колхоз, артабан ауыл Советы рәйесе булып эшләй. 1973 йылдың 26 сентябрендә 57 йәшендә ҡаты ауырыуҙан вафат була. Ул эшһөйәр, тыйнаҡ, изге күңелле кеше була. Герой тураһында хәтер беҙҙә генә түгел, ә алыҫ Красный Луч ҡалаһында ла мәңге йәшәр тип ышанабыҙ.
Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Стәрлебаш районы.
РЕДАКЦИЯНАН: алдағы һандарҙың береһендә Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың балалары менән әңгәмә донъя күрәсәк.