Йәмғиәт
16 Февраль 2022, 11:45

Матур һәм уңайлы подъездар арта

“Һуңғы өс йылда Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса 2184 күп фатирлы йортта 6493 подъезд ремонтланды”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Матур һәм уңайлы подъездар артаМатур һәм уңайлы подъездар арта
Матур һәм уңайлы подъездар арта

“Һуңғы өс йылда Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса 2184 күп фатирлы йортта 6493 подъезд ремонтланды”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Эш күләменең дөйөм суммаһы ике миллиард һумдан ашып киткән. “Быйыл финанслауҙы арттырыуға өлгәштек һәм 320 күп фатирлы йортта 958 подъезд ремонтланасаҡ”, – тип яҙа Радий Фәрит улы. – “Шуны  хәтерегеҙгә төшөрәм: подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына ярашлы, был йорттарҙа йәшәүселәр ремонтҡа үҙ аҡсаһын тотонмай, бөтә эштәрҙе республика һәм муниципаль ҡаҙналар иҫәбенә башҡарабыҙ”.

"Был программаның талаптарының береһе – эште халыҡ менән килешеп башҡарыу. “Беҙгә стеналарҙың төҫөн, дизайнды халыҡтың үҙенең һайлап алыуы, эштең сифатын контролдә тотоуы мөһим”, – тип билдәләне республика етәксеһе.

Программа нимәләрҙе үҙ эсенә ала? Элеккесә, подъезға инеү ишектәре ремонтлана, түбәнге ҡаттарҙа керамик плиткә түшәлә, яңы тамбур ишектәре урынлаштырыла, почта йәшниктәре һәм пластик тәҙрәләр ҡуйыла.

“Эштең сифатлы булыуы – мөһим мәсьәлә. Беҙгә намыҫһыҙ төҙөлөш ойошмалары менән дә осрашырға тура килде, шуға быйыл эштең сифатына контролде көсәйттек”, – ти Радий Фәрит улы.

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас