

Мәләүез районының Мәләүез ауыл советы ун ауылды берләштерә. Ҡала тирәләй урынлашҡан был ауылдарҙың тормошо ҡайнап тора. Уларҙың күбеһендә ҡалала йәшәгән күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн ер майҙаны бирелгән, шуға бында төҙөлөш эштәре ҡайнай, ауылдар йәшәрә, балалар һаны ла бермә-бер арта. Ауыл советы рәйесе Илмир Ураҙымбәтов ошо хаҡта һөйләгәндә ҡыуанысын йәшермәй. Хәйер, беҙҙе юлға саҡырған ваҡиға ла ҡыуаныслы: Мәләүез ауыл советына ҡараған ауылдарҙың береһе – Ташлыкүл быйыл “Айыҡ ауыл-2022” конкурсында ҡатнашырға ниәтләнә.
Илмир Ураҙымбәтов билдәләүенсә, ауылда әлеге мәлдә өс йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Шуларҙың 75-е – балалар, 68-е – хаҡлы ялдағылар, ҡалғандары – эшләп йөрөгән кешеләр. Әүхәҙи Дәүләтбирҙин Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тиңләнгән, ул – ауылдың иң оло кешеләренең береһе. Дүрт кеше – тыл ветераны. “Һуғыш балалары” миҙалы алты кешегә тапшырылған. Өс кеше – хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр. Ташлыкүлдә күп балалы алты ғаилә иҫәпләнә. Ошо ғаиләләрҙәге ике ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалы бирелгән.
Йәш ауылдарҙың да үҙенсәлекле тарихы бар
Ташлыкүл һәм уның эргәһендә урынлашҡан Тамъян, тарих күҙлегенән сығып ҡарағанда, сағыштырмаса йәш ауылдар. Улар колхозлаштырыу осоронда, 1929 йылда, барлыҡҡа килгән. Ошо йылда ауылға Сәлмән Төхвәтуллин, Баймөхәмәт Дилмөхәмәтов, Зиннәтулла Сәлитов, ағалы-ҡустылы Сөйәровтар күсенгән. Ағиҙел йылғаһы яры буйында ултырған ауылдың тарихы ошо кешеләрҙән башланып китә.
Йылғанан тыш, ауылды күлдәр уратып алған: Тыва, Байгөл, Зөбәйер, Оҙонгүл, Сатра, Олоҡыуаҡ, Тирмән. Уларҙың барыһы ла ҡырсын ташлы. Ҡойо ҡаҙған саҡта ла өс-дүрт метрҙан ҡырсынташ сыға башлай икән. Моғайын, шуға ла ауылға Ташлыкүл тигән исем биргәндәрҙер.
Колхозлаштырыу осоронда был төбәкте хужалыҡ өсөн һайлау ҙа юҡҡа түгел. Туғайҙарҙы Ағиҙел һуғарған, ер уңдырышлы булған. Колхоз малсылыҡ менән дә, үҫемлекселек менән дә шөғөлләнгән. Әле лә иң көслө ауыл хужалығы предприятиелары Мәләүез ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан. Ә Ташлыкүлдә халыҡ малсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, эшҡыуарлыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Шуға ла йәштәр бында тартылып тора.
Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып ҡаршы ала
Ағалы-ҡустылы Ришат менән Хәлил Әбдрәжәповтар үҙ эштәрен башлау ниәтенән ҡошсолоҡҡа тотонорға була. “Линда” тип аталған крәҫтиән (фермер) хужалығын улар 2005 йылда аса. Буш торған малсылыҡ фермаһын ҡуртымға алып, төҙөкләндереп, эш башлап ебәрәләр.
Хәҙер бында иген һаҡлау өсөн келәттәр ҙә бар, инкубатор станцияһы ла булдырылған. 45 мең йомортҡа һыйҙырышлы өс инкубаторға март айынан йомортҡа һалына башлаясаҡ. Әле хужалыҡта өс мең ҡаҙ, биш мең аҡ өйрәк, төрлө тоҡомло 4500 самаһы тауыҡ иҫәпләнә. Тәү сиратта ҡош-ҡорт йомортҡа өсөн үрсетелә. Миҙгелендә себеш тә һаталар. Сит илдән алып килеп, халыҡҡа бройлер себештәре лә сығарып бирәләр. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем бында ҡош-ҡорт баҙары ҡайнап тора. Хужалыҡта 17 кеше эшләй. Иң мөһиме – Әбдрәжәповтар эшкә ауылдаштарын алырға тырыша. Тәү сиратта был ышанысҡа бәйле. Бынан тыш, ауылдағы төрлө мәҙәни сараларға, социаль әһәмиәтле эштәрҙе атҡарырға улар һәр саҡ ярҙам итә. Бер ваҡыт та ситтә ҡалмайҙар, тип һөйөнә Илмир Ураҙымбәтов.
Әйткәндәй, “Римды ҡаҙҙар ҡотҡарған” тигән әйтемдең ни тиклем хаҡлы булыуын өс мең ҡаҙ торған һарайға килеп етеү менән аңлайһың. Улар сит кешене танып, шунда уҡ ҡаңғырыш ойошторҙо. Ысынлап та, дошман яҡынлашҡанда, был тауышҡа уянырға була.
Атанан күргән – уҡ юнған
Ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан тағы бер көслө хужалыҡтарҙың береһе – Емелиндарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы. Улар үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Александр Емелин крәҫтиән хужалығын 2006 йылда ойоштороп ебәрә. Бөгөн иһә хужалыҡтың башында уның улы – Денис.
Александр Емелин 1989 йылдан 2005 йылға тиклем Мәжит Ғафури исемендәге колхозда бригадир, комплекс бригадиры, колхоз рәйесе булып эшләй. Хужалыҡты һәйбәт өйрәнә, кешеләрҙе белә. Әммә үҙгәреш заманы яңыса эшләргә, бөтөн эште яңынан башларға кәрәклеген иҫбатлай. Емереүе рәхәт булһа ла, ҡайтанан төҙөүе ҡыйын. Александр Анатольевич яңынан хужалыҡты тергеҙеү эшенә тотона. Ул ваҡытта бер гектар ер һәм бер “МТЗ-80” тракторы менән эш башлай. Һуңынан ташландыҡ ферма һәм 12 баш мал алалар.
Бөгөн иһә уларҙың 1250 гектар сәсеү майҙаны һәм 125 баш малы бар. Хужалыҡ һөтөн дә, итен дә һатыуға сығара. Абердин-ангусс тоҡомло мал ит өсөн үрсетелә. Уларҙың генетикаһы көслө. Республикала бындай мал һирәк таралған. Тәүгеләрен хужа Пенза өлкәһенән алып ҡайта. Әле Денис Емелин мал тоҡомон яңыртыу һәм иҫәбен арттырыу өсөн грант алыуға әҙерләнә.
Ауыл советы рәйесе Илмир Ураҙымбәтов фермерҙарға рәхмәтле. Улар ауыл өсөн күп эшләй: былтыр көҙ зыяратты төҙөкләндереү эшенә әүҙем ҡушылғандар, медицина пунктына йылылыҡ үткәреүҙә ярҙам иткәндәр, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәм Еңеү яулап ҡайтҡан ветерандар иҫтәлегенә стеланы яңыртыу, кәртәләп алыу мәшәҡәттәренең байтаҡ өлөшөн үҙ өҫтәренә алғандар. Ауыл халҡының бер өлөшөнөң ошо фермала эшләп, һәйбәт эш хаҡы алыуы ла ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Иман йорто халыҡты берләштерә
Ташлыкүл ауылындағы мәсетте һәм уны төҙөтөүсе Абдурафиҡ шәйех Мырҙашевты күптәр яҡшы белә. Уның вәғәзен, аҡыллы кәңәштәрен тыңлар өсөн хатта сит төбәктәрҙән дә киләләр.
Беҙҙе иһә Иман йортонда имам-хатиб Салауат Иҫәнбирҙин ҡаршы алды. Салауат мулла бында көҙөн эш башлаһа ла, тиҙ арала мәсеткә кешеләрҙе йәлеп итеп, уҡыуҙар ойоштороп ебәргән. Уның ихласлығы, ысынлап та, арбай.
– Мәсеттәргә кадрҙар етешмәй, имамдарға эш хаҡы түләнмәгәс, кешене ылыҡтырыу ҡыйын, әлбиттә. Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Ауыл халҡын саҡ ҡына йәнләндереп ебәрһәң, мәсеткә үҙҙәре килә. Әле уҡыуҙар ойошторғайныҡ, бынан халыҡ өҙөлмәй. Йома намаҙҙарына егерменән ашыу кеше килә. Никахтар үткәрәбеҙ, балаларға исем ҡушабыҙ, һуңғы юлға оҙатабыҙ. Балаларҙы мәсеткә ылыҡтырыу өсөн каникул ваҡытында дәрестәр ойошторабыҙ, – тип һөйләй имам-хатип.
Ауыл советы рәйесе Илмир Ураҙымбәтов иһә мәсеттең ауыл тормошонда уйнаған ролен билдәләп үтте.
– Һәр йома вәғәзендә айыҡ тормош алып барыуҙың файҙаһы, иҫерткес эсемлектәрҙең зыяны тураһында дин әһелдәре ихлас һөйләй. Һуңғы ваҡытта дини тормош йәнләнде, халыҡ дин юлына баҫа, шуға ҡыуанабыҙ, – ти Илмир Ибраһим улы.
Ысынлап та, мәсет үҙ эшен әүҙем алып барһа, ауылда тормош нурлана. Бында байрам һайын халыҡ йыйылып мәсеткә килә. Ҡорбан салына, Ураҙа һәм башҡа байрам намаҙҙары үтә. Ә был эштәрҙең барыһының да дини даирәлә билдәле шәйех Абдурафиҡ Мырҙашев башланғысы менән үткәрелеүе халыҡ өсөн айырыуса мәртәбәле.
Йәштәр урамында йәшәгән йәштәр
Ташлыкүлдә күп балалы ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Саматовтар. Ләйсән менән Вадим – икеһе лә һәләтле фотографтар. Өс бала тәрбиәләйҙәр, кескәйҙәренә алты ай ғына.
Ижади ғаиләнең йәшәгән йорто ла бик үҙенсәлекле: ҡалын бүрәнәләрҙән һалынған ул. Күп балалы ғаиләгә уңайлы булһын өсөн атай кеше барыһын да эшләгән. Ихатала балалар өсөн бәүелсәктәр, уйын майҙансыҡтары, хатта уйынсыҡ өй ҙә бар. Ләйсән менән Вадим “ҡаланы маҡта ла, ауылда тор” тигән девиз менән йәшәй.
– Мәләүез яҡын. Кәрәк икән, барып килергә була. Әммә балалар үҫкәндә, уларға иркенлек, һиллек һәм тыныслыҡ мөһимерәктер, тигән фекерҙәбеҙ һәм бөгөнгө көнөбөҙгә шөкөр итеп йәшәйбеҙ, – ти ғаилә.
Йәшәгән ерҙәрен, ауылдарын бик ярата улар, шуға ла Ташлыкүл уларҙың ижадында йыш ҡына сағылыш таба. Үҙҙәре лә сәләмәт тормош яҡлы булған ғаилә “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуҙы хуплап, ауыл советына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа.
Нурлы Нурия инәй
Нурия инәй Үтәгәнованың Ташлыкүл ауылына килен булып төшөүенә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтеп киткән. 86 йәше менән барған инәй бөгөн дә алсаҡ, етеҙ.
– Күп балалы ғаиләлә иң олоһо булдым. Донъяны тарттыҡ, күп эшләнек. Һарыҡ көттөк, ағас ағыҙыуға йөрөнөк. Тормош иптәшем Мәхмүт менән татыу ғүмер кисерҙек. Һәр эшен еренә еткереп атҡарған тырыш кеше ине. Ул мал ҡараусы булды, мин быҙау ҡараным. Гектарлап сөгөлдөр утаныҡ, – тип йәш саҡтарын һағынып һөйләй ул.
Нурия менән Мәхмүт Үтәгәновтар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Мәхмүт олатай гүр эйәһе булған. Нурия инәй иһә балаларының, ейәндәренең тормошонан ҡәнәғәт булып, тыныс ҡартлыҡ кисерә.
– Балаларым, көн һайын шылтыратып, хәлемде белешеп тора. Улым Фәнүз ошо ауылда йәшәй, Вәлиҙә – Мәләүездә, Хәлиҙә – Ҡалтасы районында, Рәғиҙә – Татарстанда, ә Фәрзәнәбеҙ Анапала төпләнде, – тип балалары тураһында ғорурланып һөйләй ул.
Оло йәштә булһа ла, Нурия инәй гел нимәлер уйлап сығара, тормошто йәнләндереп, йәмләндереп ебәреү өсөн тырыша. Ғүмер буйы ҡул эштәре менән шөғөлләнгән Нурия инәй шәл бәйләргә өйрәнергә теләүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.
– Кис бәйләм, сигеү менән йыйылып ултырыуҙар, аралашыу һағындыра. Йәш саҡтарҙы иҫкә алып, бер-беребеҙгә белмәгәнде өйрәтеп, самауыр сәйҙәре эсеп, күңелде күтәреп алабыҙ. Ҡыш бауыры оҙон бит. Йәй баҡса мәшәҡәттәре менән ҡул эшенә ваҡыт ҡалмай, – ти Нурия инәй.
Бурандарҙа ла юл асыҡ
Беҙ юлға сыҡҡанда, республиканың күпселек райондарында юлдар ябыҡ ине. Мәләүез яланлы яҡ тип хәүефләнһәк тә, юлыбыҙ уң булды. Ә Мәләүез ауыл советына ҡараған юлдар бөтөнләй аптыратты – бында көрт күрмәҫһең. Былтыр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса ауыл советы трактор алған. Ошо трактор ярҙамында ауыл урамдары тиҙ һәм ваҡытында таҙартылып тора.
Беҙ килгәндә тракторсы Азамат Сәғитов Бәләкәй Моҡас ауылы урамдарын таҙарта ине. Ауылға ингән ерҙә ел көрт һала, шул ерҙе эттереп, ышыҡ эшләп, юлды февраль-март бурандары япмаһын өсөн тырышып йөрөгән мәле.
Азамат – йәш егет. Хәрби хеҙмәткә барып ҡайтҡан. Үҙмәшғүллек нигеҙендә теркәлгән һәм уңышлы эшләп йөрөй.
“Айыҡ ауыл” халыҡты туплай
– “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу тәҡдиме менән ташлыкүлдәргә мөрәжәғәт итеү булды, улар ихласлап күтәреп тә алды. Тәү сиратта ауылда эшләгән берҙән-бер магазинда алкоголле эсемлектәрҙе һатмай башланылар. Ризаһыҙлыҡ белдергән кеше юҡ.
Дөйөм алғанда, беҙҙең Мәләүез ауыл советы халҡы бик тырыш, донъя көтөүгә ихлас. Йәштәр күп булғас, берҙәмбеҙ, – ти Илмир Ибраһим улы.
Ауыл советындағы Ҡотош ауылында башланғыс мәктәп бар, ҡалған балалар автобус менән Мәләүез ҡалаһының 9-сы гимназияһына уҡырға йөрөй.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн Ҡотош һәм Тамъян ауылдарында балалар баҡсаһы эшләй. Тамъян ауылындағы балалар баҡсаһы 2017 йылда сафҡа индерелгән. Был заманса бина әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Балалар тышта уйнаған мәлгә тура килеп, уларҙы тиҙ генә фотоға төшөрөп алдыҡ.
Киләсәккә пландары ла ҙур ауыл советының. Ошо көндәрҙә генә ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү өсөн урын ҡарап ҡуйырға кәрәклеген белгерткәндәр. Тимәк, медицина ярҙамы ла ауыл халҡына яҡынаясаҡ.
Бөгөн байтаҡ ауыл советтарында бәхәс тыуҙырған сүп-сар мәсьәләһе лә бында ыңғай хәл ителгән. Һәр ауылда сүп йыйыу майҙансыҡтары ҡуйылған, заманса контейнерҙар алынған. Ҡыш көнө “Эко-Сити” төбәк операторы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын аҙнаһына ике тапҡыр алып китә. Ә йәйгеһен был график үҙгәртеләсәк.
Бына шундай бер ҡарамаҡҡа көндәлек һәм ябай тормош ҡороп йәшәй Ташлыкүл ауылы. Әммә ошо ябай көнкүрештең күпме хәстәр һәм көс менән яуланғанын улар үҙҙәре генә белә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Мәләүез районы.