Йәмғиәт
16 Февраль 2022, 03:16

Улар тәүгеләр булған

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

1979 – 1989 йылдарҙа Салауат районынан 186 егет Афғанстан Демократик Республикаһында интернациональ хәрби бурысын үтәгән. Арҡауыл ауылынан Аллур Маликов райондан бер нисә яҡташы менән бергә Афған еренә тәүгеләрҙән булып инә.

Ауылда мәктәпте тамамлағас, ул 1978 йылдың көҙөндә әрмегә алына. Украинаның Днепропетровск өлкә­һендәге Павлоград ҡалаһында йәшерен ракета элемтәһе буйынса алты ай хәрби уҡыуҙар үтә. Артабан Ҡаҙағс­тандың Һары Үҙәк ҡалаһына күсерелә. Унда күп тә хеҙмәт итмәй, Ырымбур өлкәһенең Тоцк полигонына ебәрәләр. Лагерҙа йәш хәрбиҙәрҙе барлыҡ төр ҡорал менән эш итергә, БМП һәм БТР-ҙа йөрөргә өйрәтәләр.

Аллур ағай һөйләүенсә, 1980 йыл­дың 3 ғинуарында барыһын да тревога менән йыйып, хәрби техниканы, личный составты эшелонға тейәп, Үзбәкс­тандың Термез ҡалаһына оҙаталар. Унан инде һалдаттарҙы ҡораллан­дырып, БТР-ҙар менән бергә ҡеүәтле ‘’Ил-76’’ йөк самолетына ултыртып, Аф­ғанстандың Ҡабул ҡалаһына оҙаталар.

Таулы Афған ерендә улар дош­мандарға ҡаршы киң хәрби операциялар башлай. Джелалабад һәм Пули-Хумри провинцияларында боевиктарға ҡаршы һуғышалар.

– 40-сы резерв армияһында хеҙмәт иттем. Ротабыҙҙы “тау пехотаһы” тип йөрөтәләр ине. Вертолет менән беҙҙе тау башында ҡалдырып китәләр, ә беҙ, йәшеренеп, дошманды һағалай тор­ғайныҡ. Махсус бойороҡҡа ярашлы, улар беҙҙе үтеп китеп, кире сигенгән мәлдә генә һөжүм итеп, дошмандарҙы юҡ итергә тейеш инек, – тип хәтерләй яу йылдарын Афған һуғышы ветераны, отставкалағы кесе лейтенант Аллур Ахунйән улы.

Бар төр ҡоралды, хәрби техниканы һәйбәт белгәс, уға яуҙа һәләк булған иптәштәрен алмаштырырға ла тура килгән. Аллур ағайҙың үҙенең дә ҡаты алышта имгәнгән осраҡтары булған.

1980 йылдың 26 декабрендә хеҙ­мәтен тултырып ҡайта. Ул хәрби-интернациональ бурысын намыҫлы үтә­гәне өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Бер нисә йыл элек ‘’Афған даны’’ ордены менән бүләкләнгән.                     

Демобилизацияланғандан һуң Арҡауыл линия-производство идаралы­ғында эшләй, мәктәптә хәрби әҙерлек буйынса уҡыта. 18 йыл газ хужа­лығында – мастер, аҙаҡ “Башкирэнерго” предприятиеһының урындағы бүлексә­һендә һаҡсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Аллур Ахунйән улы, ҡатыны Айгөл Ҡазыхан ҡыҙы менән өс бала үҫтереп, барыһын да үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған. Бөгөн улар биш ейән-ейәнсәрҙе һөйөү шатлығын кисерә. Үҙҙәре төҙөгән күркәм йорт хужа­лы­ғында мал аҫрап, йорт ҡуяндары, бал ҡорттары үрсетеп, тырышып донъя көтә яугир-интернационалист вете­рандың ғаиләһе.

 

Айҙар НОҒАМАНОВ.

 

Салауат районы.

Читайте нас