

Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында бик матур сара - Самауыр байрамы уҙҙы. Ауылдың имамы Салауат Вәликәевтең башланғысы менән ойошторолған был матур байрамға ауыл халҡы бик ихлас ҡушылды. Шулай уҡ ҡунаҡтар ҙа бик дәртләнеп, әҙерләнеп килгәйне.
Ауылдың клубына ҡомартҡы булып һаҡланып ҡалған боронғо самауырҙар менән бергә, хужабикәләр үҙҙәренең ҡул эштәрен, төрлө милли аштарыбыҙҙы бешереп килтергәйне. Сара самауырҙың тарихы менән таныштырыуҙан башланды. Самауыр элек-электән йортта мөһим урын алып торған, уның урыны һәр ваҡытта түр башында булған. Шулай уҡ самауырлы ғаилә хәлле тип иҫәпләнгән. Унда ҡайнаған сәй ҙә иң тәмлеһе тип иҫәпләнгән. Самауыр нәҫелдән-нәҫелгә мираҫ булып та ҡалған, бирнә итеп тә бирелгән.
Тарих менән танышҡас, килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең матур сығыштары менән шатландырҙы. Ә инде уңған хужабикәләр бешереп алып килгән тәмлекәстәр менән бергәләп самауыр сәйе эсеү бигерәк тә күңелле булды. Әйткәндәй, Ябалаҡлы ауылы быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға ниәт иткән. Әлеге сара ла ошо конкурстың республика этабы сиктәрендә уҙған.
Ысынлап та, айыҡ тормош менән йәшәй ауыл халҡы. Барыһы ла ҡулынан килгәнсә тырышып донъя көтә. Балалар тәрбиәләп, мал аҫрап, баҡса үҫтереп, йорт-ҡураһын бөтәйтеп, гөрләтеп йәшәгән өлгөлө ғаиләләр байтаҡ. Улар ҡатнашлығында Ҡаҙ өмәһе булһынмы, ҡул эштәре күргәҙмәһе кеүек матур саралар йыш үткәрелеп тора. Ауыл ағинәйҙәре кис ултырып ҡул эштәре менән булышһа, йәшерәктәр саңғы, скандинавса йөрөү менән мауыға. Ғөмүмән, ауыл халҡы һәр башланғысты күтәреп ала һәм барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, йәш быуынға айыҡ тормош менән йәшәү фарыз икәнен үҙ өлгөһөндә күрһәтә.
Фотолар С. Вәликәевтең диуарынан.