Йәмғиәт
17 Февраль 2022, 11:00

"Һеҙгә бында Техас түгел"

Радий Хәбиров аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы – автобустар һатып алабыҙ, пассажирҙар ташыу сифаты өҫтөндә эшләйбеҙ, автобус маршруттары хәрәкәте арауығын кәметәбеҙ, туҡталыштарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, иртә һәм кистәрен теләгән йүнәлештә китеү мөмкинлеген булдырабыҙ.

"Һеҙгә бында Техас түгел""Һеҙгә бында Техас түгел"
"Һеҙгә бында Техас түгел"

Пассажирҙар өсөн иң ауыры – туҡталышта оҙаҡ ваҡыт көтөп тә кәрәкле автобустың булмауы. Һөҙөмтәлә, һин эшкә, поликлиникаға, балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә һуңлайһың. Был хәлгә сик ҡуйыу маҡсаты менән, бынан өс йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: "Һеҙгә бында Техас түгел", – тигән һүҙҙәре менән транспорт реформаһын башланы. Үтә ҡатмарлы, тиҙ булмаған, әммә барыбыҙ өсөн дә мөһим процесс.

Хәҙер, өс йылдан һуң, Өфө урамдарында газ баллондары менән йөрөгән “ҡолаҡлы” пазиктар юҡ. "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһының автобустары – ҡәҙимге күренеш. 

Уларға "Башҡортостан транспорты" яҙыуы менән йөрөгән автобустар өҫтәлде – был шәхси пассажир ташыусылар һатып алған автобустар. Улар реформаға “әҙерләнде”: кемдер тиҙ биреште, ә эштә ҡалған һәм ниндәй йүнәлештә артабан барырға кәрәклеген аңлағандар эш алымын үҙгәртә һәм автобустар һатып ала. Шунһыҙ бер ниндәй уңышҡа өлгәшеп булмай.

Күләмдән – сифатҡа. Радий Хәбиров аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы – автобустар һатып алабыҙ, пассажирҙар ташыу сифаты өҫтөндә эшләйбеҙ, автобус маршруттары хәрәкәте арауығын кәметәбеҙ, туҡталыштарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, иртә һәм кистәрен теләгән йүнәлештә китеү мөмкинлеген булдырабыҙ. Был йүнәлештәге эш беҙ теләгәнсә камил тип атап булмай, әммә алынған йүнәлеш шул.

Мәҫәлән, шәхси йөрөтөүсенең Өфө АЭК – "Пушкин" сауҙа-сервис комплексы " 207-се маршруты. Автобустарҙы оҙаҡ көтөргә кәрәклеге тураһында Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең системаһы тотороҡло теркәп килде. Өфө хакимиәтенән 2022 йылдың 1 февраленән пассажир ташыусы автобустар һанын 30-ға тиклем арттырҙы, тип белдерҙеләр. Хәрәкәттең уртаса арауығы – туғыҙ минут, автобустың халыҡ менән тулыуы – биш баллы шкала буйынса ике балл. Ә көтөлмәгән хәлдәрҙән бер кем дә азат түгел, автобустар емерелһә йә иһә тығынға эләкһә, был осраҡтарҙа пассажирҙар ташыусы тиҙ арала мәсьәләне хәл итергә тырыша.

Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы буйлап автобустар хәрәкәтен ғәмәлдәге ваҡыт режимында "Аҡыллы транспорт" мобиль ҡушымтаһы аша күҙәтергә мөмкин.

Статистика тураһында. Һуңғы айҙа тәүге өс урынды биләгән мәсьәләләр темаһы үҙгәрмәй. Башҡортостан халҡын юлдар мәсьәләһе борсой (169) – ул беренсе урында. Икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалығы һорауҙары (159). Өсөнсө урында –  төҙөкләндереү темаһы (126). Барлыҡ мөрәжәғәттәр контролдә тотола.

Тулыраҡ – видеола.

Фото: скриншот.


Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас