Йәмғиәт
17 Февраль 2022, 17:00

Мөфтөй кешене ҡотҡарған

17 февраль төнөнә ҡарай күпер аша машинала үтеп барышлай...

Мөфтөй кешене ҡотҡарғанМөфтөй кешене ҡотҡарған
Мөфтөй кешене ҡотҡарған

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин социаль селтәрҙә дуҫтары менән Ағиҙел күпере буйында ятҡан ирҙе ҡотҡарыуҙары тураһында һөйләгән, ваҡиғаны видеоға ла төшөргәндәр.

17 февраль төнөнә ҡарай күпер аша машинала үтеп барышлай бер яҡ ситтә ятҡан ирҙе күреп ҡалып, уға ярҙам күрһәтеү өсөн туҡтайҙар.

“Тәүҙә 112 номерына шылтыраттыҡ, полицияны, ашығыс ярҙамды саҡырттыҡ. Был хеҙмәттәр бик тиҙ килеп етте. Өшөп туңыуҙан ҡотҡарылған ирҙе носилкаға һалып яҡындағы дауаханаға илттеләр. Ярҙам күрһәтелгәс, үтәлгән бурыс тойғоһо менән ҡайтырға сыҡтыҡ”, – тип яҙған мөфтөй.

Әйткәндәй, 17 февралдә Халыҡ-ара ирекһеҙҙән изгелек ҡылыу көнө билдәләнә. Дөйөм кешелек ҡиммәттәре бөтә заман цивилизацияһы өсөн берҙәй булғанлыҡтан, был көн Рәсәйҙә лә тамыр йәйҙе. Изге ғәмәлдәр кемдеңдер бойороғо менән түгел, тик күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла.

Фото: А. Бирғәлиндең социаль сәхифәһе.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас