

Һәммәбеҙҙең яратҡан байрамы бар, әммә улар араһында 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө - бигерәк тә күңелгә иң яҡындарының береһе. Ни тиһәң дә, илде һаҡлаусылар электән халыҡта ҙур хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған, әле лә шулай.
Ошо байрам айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә иғлан иткән конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе – Валерий Мөхәмәтйәров. Ул Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуған, малайға өс йәше тулғас, уның ата-әсәһе Вера менән Рәшит Мөхәмәтйәровтар Еҙемҡаран ауылына күсергә ҡарар иткән. Ошо ауылдағы мәктәптә VIII класҡа тиклем белем алғас, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатына уҡырға инә егет, унда белем алғандан һуң, артабан Эске эштәр министрлығының Өфө милиция мәктәбен уңышлы тамамлай.
Шулай итеп, ул киләсәк һөнәрен хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүгә арнай һәм ошо маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн Салауат ҡалаһындағы полицияға эшкә төшә. Унда бер аҙ эшләгәндән һуң, әрме сафына алына. “Хеҙмәт итеү оҡшап ҡалғас, тағы ике йылға контракт төҙөнөм, сержанттар мәктәбен тамамланым”, - тип хәтергә ала был йылдарҙы Валерий Рәшит улы.
Шулай итеп, сержант Валерий Мөхәмәтйәров Ватан алдындағы бурысын 2004-2007 йылдарҙа Хабаровск крайында үтә. Мотоуҡсылар ғәскәрендә взвод командиры урынбаҫары вазифаһын үтәй. Артабан Салауат ҡалаһы полицияһында эшләүен дауам итә, 2011-2012, 2013-2014 йылдарҙа алтышар ай Төньяҡ Кавказда хеҙмәт командировкаһында була. Тик бына ғаилә хәлдәре буйынса уға аҙаҡ тыуған яғы Ғафури районына кире ҡайтырға һәм эш урынын алмаштырырға тура килгән.
Бөгөнгө көндә ул Ғафури районы муниципаль районы Советында - водитель.
- Һәр егет Тыуған иле алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәргә - хеҙмәт итергә тейеш, - тигән фекерҙә Валерий Рәшит улы.
Валерий Рәшит улы ғаиләһенән дә уңған. Ҡатыны Ольга - әлегә декрет ялында. Улдары Макарға ике йәш ярым. Ҡыҙҙары Ангелинаға – 13 йәш. Ул Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интератында белем ала. Бына шулай Тыуған иленең дә, ғаиләһенең дә ныҡлы, ышаныслы һаҡсыһы ул – Валерий Рәшит улы. Уның өсөн тауыш бирергә онотмайыҡ, дуҫтар!
Фотолар: Валерий Мөхәмәтйәровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.