Йәмғиәт
17 Февраль 2022, 07:00

Туғыҙ йәшлек Өфө малайы "үҙ эшен" асҡан!

Сос малай, арыу уҡ аҡса туплап, велосипед алған, хәҙер телефонға йыя башлаған. 

Туғыҙ йәшлек Өфө малайы "үҙ эшен" асҡан!Туғыҙ йәшлек Өфө малайы "үҙ эшен" асҡан!
Туғыҙ йәшлек Өфө малайы "үҙ эшен" асҡан!

Өфөлә йәшәгән 9 йәшлек Александр Рудзит үҙ «эшен» асҡан, тип хәбәр иткән " Башинформ". Ул күршеләренең ваҡ-төйәк йомоштарын үтәй, йәғни сүп сығара, магазинға барып килә.

«Эшһеҙ ултырмайым! Сүп сығарыу – 10 һум; һеҙҙең исемлек буйынса магазинға барып килеү – 20-50 һум. Саша, 9 йәш. Ғәҙел һәм тырышмын». Ошондай иғландар ҡуйып сыҡҡан ул Менделеев урамында үҙе йәшәгән подъезда һәм күршеләр чатына.

Сашаның әсәһе әйтеүенсә, был шөғөлдө ул үҙе уйлап тапҡан. Малай «Мани исемле эт» тигән китапты уҡығас, аҡса эшләү теләге менән яна башлаған. Уның эшендә ғаиләһе лә ярҙам итә. Олатаһы иғландар баҫып бирә, ҡараңғы мәл булһа, әсәһе сүп сығарыша, магазинға оҙатып бара.

Әйткәндәй, Саша эшен киңәйтеп тә ебәргән: хәҙер ул бәләкәй эттәрҙе саф һауала йөрөтөп алып килә. Күп осраҡта уға сабый менән ултырған йәш әсәләр, оло йәштәге кешеләр мөрәжәғәт итә икән. Шулай итеп, арыу уҡ аҡса туплап, Саша хыялын тормошҡа ашырған – велосипед алған, әле яңы телефонға аҡса йыя башланы.

Фото: "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас