Йәмғиәт
18 Февраль 2022, 10:00

79 йәшлек инәй һигеҙенсе ҡаттан ҡолаған

17 февраль кисендә Өфөлә...

79 йәшлек инәй һигеҙенсе ҡаттан ҡолаған79 йәшлек инәй һигеҙенсе ҡаттан ҡолаған
79 йәшлек инәй һигеҙенсе ҡаттан ҡолаған

17 февраль кисендә Өфөлә ғәжәйеп хәл булған. Оло йәштәге инәй Степан Кувыкин урамындағы йорттоң һигеҙенсе ҡатынан осоп төшкән.

«Башинформ» агентлығы сығанағы хәбәр итеүенсә, уға бер ни ҙә булмаған, медицина ярҙамы талап ителмәгән. Йығылған урынынан үҙе тороп киткән.

Бәхеткә күрә, һигеҙенсе ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшкән 79 йәшлек инәй иҫән ҡалған. Ысынлап та ғәжәп хәл бит! Осоштарҙа еңеү яулаған инәйҙең артабанғы тормошо ла сағыу булһын, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото: meme-arsenal.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас