Йәмғиәт
18 Февраль 2022, 08:00

Һалдат бурысына тоғро ул

Баймаҡ районы Таһир ауылында тыуып-үҫкән, әле  Баймаҡ район хакимиәтендә мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры булып эшләгән Рәмис Әмировҡа тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ! Конкурс тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды.

Һалдат бурысына тоғро улҺалдат бурысына тоғро ул
Һалдат бурысына тоғро ул

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан иғлан ителгән конкурс тамамланыуға яҡынлаша. Конкурсанттар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн сиратта - Баймаҡ районы егете Рәмис Әмиров.

Рәмис Рәфис улы Әмиров Баймаҡ районы Таһир ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, артабан ул Сибай һөнәрселек училищеһында белем ала. 18 йәше тулғас та Рәмис әрме сафына алына. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Дағстандың Дербент ҡалаһында, артабан Ярославль өлкәһендә учебкала була. Үҙ теләге менән Чечняға китә. Йыл ярым илебеҙ сигендә хеҙмәт итә, Грузия һәм Чечняла була.

- Ниндәй генә осор булмаһын, һалдат Ватан ҡушҡанды үтәй. Үҙ илен һайлап ала алмаған кеүек, ул да ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәген белдереү мөмкинлегенә эйә түгел. Күп егеттәрҙе ҡыҙыҡтырған сик буйы ғәскәренә эләгеү бик аҙҙарҙың өлөшөнә төшә. Беҙ ысынлап та "һалдат һурпаһы"н татып, әрменең ысын һабағын алып ҡайттыҡ. Әрме беҙҙе ысын ир-егеттәр характерын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны, тип ышаныс менән әйтә алам, - ти ул.

2004 йылда Рәмис Әмиров ефрейтор званиеһы менән тыуған яҡтарына ҡайта. Артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында Магнитогорск ҡалаһындағы Носов исемендәге дәүләт  тау университетын тамамлай. Бөгөн  Баймаҡ район хакимиәтендә мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры булып эшләй. Райондың "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы рәйесе лә. Ойошмаға райондың төрлө йылдарҙа Афғанстан, Тажикстан, Чечня, Дағстан, Сүриә һәм Көньяҡ Осетия илдәрендә хеҙмәт иткән ветерандар инә, уларҙың һаны яҡынса 600-ҙан ашыу. Ойошма ағзалары яуҙа башын һалған, әрме хеҙмәтендә үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәп, вафат булып ҡалған һалдаттарҙың ҡәберҙәрен һәр саҡ тәрбиәләп тора, уларҙың әсәләре, туғандары менән осраша, ярҙам итә. Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙа илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә лә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур: төрлө осрашыуҙар үткәрәләр, уҡыусылар менән  хәрби уйындарҙа ҡатнашалар.

Өйләнгән, кәләше менән ике ул үҫтерә.

Фото: Рәмис Әмировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Һалдат бурысына тоғро ул
Һалдат бурысына тоғро ул
Һалдат бурысына тоғро ул
Һалдат бурысына тоғро ул
Автор:Карима Усманова
Читайте нас