

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”на ярашлы 2019 йылда Баймаҡ районының Мөхтәр Байымов исемендәге Байым ауылы мәктәбендә иҫке ағас рамлы тәҙрәләр тулыһынса пластикка алмаштырылғайны. 2021 йылдың декабрендә ауыл хакимиәте башлығы Б.Ф. Тайбугин етәкселегендә үткәрелгән йыйылышта ауыл халҡы был программа буйынса мәктәптең спорт майҙансығына капиталь ремонт эшләү проектын һайланы.
Проект буйынса майҙансыҡтың бер өлөшө кәртәләнеп, хәүефһеҙ резина япма түшәләсәк. Шулай уҡ бында арҡыры балдаҡ, бурса, ҡул йөрөш ҡорамалы һәм ике әүһәләк ҡуйыласаҡ.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”на ярашлы ауылыбыҙҙа бик күп спорт саралары үткәрелде. Ғинуар башында Байымдың арҙаҡлы улы Юныс ағай Зарипов иҫтәлегенә урам-ара волейбол ярышы уҙғарылды. Был ярышта алты команда ҡатнашты. Ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа ҡунаҡҡа ҡайтып, әүҙемлек күрһәтте. Ярыштар бик сәмле һәм көсөргәнешле барҙы. Сараның бағыусылары булған ауыл старостаһы Нурғәле Рахманғолов менән Юныс ағай мәрхүмдең Сорғот ҡалаһында эшләп йөрөгән улы Рушанға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Спорт тормошонан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалмай. Ғинуар айында Ниғәмәт ауыл биләмәһенең 25 йәштән өлкән гүзәл заттары араһында волейбол ярышы уҙҙы. Унда Байым, Ниғәмәт, Нуғай, Икенсе Этҡол командалары ҡатнашты.
Ауыл мәктәбендә лә даими рәүештә спорт ярыштары, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырған асыҡ дәрестәр, конкурстар үтеп тора. Күптән түгел уҡыусылар араһында ошо тема буйынса иншалар һәм һүрәттәр конкурсы үткәрелде.
Бөтә был саралар һуңғы йылдарҙа халыҡтың күпләп спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылығыуы тураһында асыҡ һөйләй. Был, әлбиттә, бик ҡыуаныслы күренеш. Беҙ “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”на ихлас ҡушылабыҙ, сөнки “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” булыуын яҡшы аңлайбыҙ.
Гөлдәр СОЛТАНОВА,
Байым мәктәбе уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы.