

Социаль селтәрҙәргә инеп вакциналар тураһында уҡый башлаһаң, ҡайһы саҡта сәстәр үрә торорлоҡ. Имеш, вакцина коронавирустан һаҡламай, йәнәһе ул беҙҙең иммун системаны боҙа һәм хатта прививка яһап “беҙҙе чиплайҙар” икән. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та кеүек. Ә бит кемдер был һүҙҙәргә ышана һәм дөрөҫ булмаған ҡарар ҡабул итә. Был ҡарар иһә кемдеңдер ғүмеренә тороуы ла ихтимал...
Вирус бер ҡайҙа ла китмәйәсәк
Эпидемия башланғандан алып ике йыл буйына беҙгә коронавирус балалар өсөн әллә ни ҡурҡыныс түгел тип килделәр. Был ысынлап шулай булды ла. Әммә “дельта” һәм унан һуң яңы “омикрон” штамы килеү менән хәл үҙгәрҙе.
“Пандемияның башланыуы менән сағыштырғанда биш йәшкәсә сабыйҙар – яҡынса ике тапҡырға, биш йәштән өлкән балалар, айырыуса үҫмерҙәр, өс тапҡырға йышыраҡ ауырый”, – тип хәбәр итте Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының иҫкәртеү медицинаһы буйынса баш штаттан тыш балалар белгесе Ләйлә Намазова-Баранова.
Өҫтәүенә, балаларҙа элеккегә ҡарағанда йышыраҡ ковидтан һуңғы өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килә. Шулай булғас, һуңынан ошо эҙемтәләрҙе дауалап интеккәнсе, уға юл ҡуймау яҡшыраҡ, тигән фекерҙә баш белгес.
Донъя статистикаһы буйынса, балаларҙың Ковид-19-ҙан үлеме – ни бары 0,005 процент. Бик әҙ кеүек. Әммә был – миллион сирлегә илле бала тура килә тигән һүҙ. Ә ҡаты сирләгәндәр һаны 100 тапҡырға күберәк. Сирҙе үткәргән балаларҙың 7-8 процентында ковидтан һуң өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килә.
Ә бала хроник ауырыу менән интекһә, аңлашыла, уның организмы көсһөҙөрәк була, теләһә ниндәй инфекцияны, шул иҫәптән еңел кисерелә тип иҫәпләнгән омикронды ла ауырыраҡ үткәрә. Ауырыуҙың хәлен еңеләйтеү өсөн күп көс һалырға тура киләсәк.
Тап һеҙҙең балағыҙ еңел ауырыр тип бер ниндәй ҙә гарантия биреп булмай. Кешенең үҫеп етеүенең киҫкен осорҙары бар, организмдың көсһөҙләнеүе, ауырыуҙарға бәйле ниндәйҙер көсәйтеүсе факторҙар булыуы ихтимал. Мәҫәлән, иммунитет статусының үҙгәреүе. Ҡарап тороуға, һау-сәләмәт бала, ә унда шундай проблема булыуы мөмкин. Һәм бындай проблемалар инфекция процесы фонында үҙен таныта.
Өҫтәүенә, коронавирустың сиратта ниндәй штамы килерен бер кем дә белмәй. Бәлки, ул шул уҡ дельтаға ҡарағанда агрессивыраҡ булыр. Шуға күрә кәртә ҡуйыу – вакцина һалыу мөмкинлеге бар. Вирус бер ҡайҙа ла китмәйәсәк, ул беҙҙең янда мәңгегә һәм даими үҙгәреп тора. Шуға күрә организм ковидтың башҡа штамдары менән дә осрашыуға әҙер булырға тейеш.
Ниһайәт, илебеҙҙә лә балалар өсөн вакцина барлыҡҡа килде. Дөрөҫөрәге, “Спутник М” 12-нән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Тик инде сирҙе еңеү сараһы килеп сыҡҡайны, йәмғиәттә йәнә ҡаршылыҡтар, анығыраҡ әйткәндә, антиваксерҙарҙың пропагандаһы башланды. Имеш, беҙҙең балаларҙа һынау үткәрәләр. Ә бит вакцина ысынлап һыналды, барлыҡ тикшереүҙәрҙе үтте. Уны яһатҡан бер балала ла кире йоғонто асыҡланмаған.
Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология, вирусология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы Марсель Тойғонов Башҡортостан юлдаш телеканалындағы тапшырыуҙарының береһендә билдәләүенсә, беҙҙең илдә вакцинацияға ҡаршы махсус мәғлүмәт кампанияһы ойошторолған. Сәйәси роликтар төшөрөлә, улар тиҙ арала социаль селтәрҙәргә таратыла. Был роликтарҙы ҡараған кешеләрҙә ҡурҡыу тойғоһо тыуа.
Бөгөн беҙҙең властар балалар вакцинацияһы темаһына бик ипле ҡарай. Эйе, тәҡдим бар, тик бер ниндәй ҙә мәжбүр итеү юҡ. Киреһенсә, был ҡарарҙы ата-әсәләр ҡабул итергә тейеш, тиҙәр. Чиновниктар ҙа, табиптар ҙа бер кемде лә көсләмәй. Әммә ошо шарттарҙа ла интернет үҙенең кире эшен башҡара.
“Иҫән ҡалмаҫмын тип уйлағайным”
Ә бына сирҙе үткәргән кешеләр улай уйламай. Үҙенең фекерҙәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 58 йәшлек Ғәлиә Ибәтуллина уртаҡлашты. Ул көҙөн коронавирус менән сирләп китә һәм пневмониянан 62 процент үпкә зарарланыуы менән дауаханаға эләккән.
– Әллә ни эшләп баштан уҡ шул прививкаға ҡаршы булдым бит. Был социаль селтәрҙәр һәм ҡайһы бер таныштарымдың йоғонтоһо булғандыр. Тәүге көндән үк “прививка насар”, “һыналмаған”, “һин прививка яһатырға һарыҡ көтөүенәнме?” тигәнерәк һүҙҙәр менән шикләндерҙеләр шул. Һөҙөмтә саҡ аяныслы тамамланманы: ковид менән Стәрлетамаҡтағы йоғошло ауырыуҙар госпиталенә эләктем. Бына ысын әйтәм, шунан тере килеш сыға алмаҫмын, тип уйлағайным. Тын алып булмауы бик ҡурҡыныс тойғо икән. Реанимацияла бер аҙнанан ашыу яттым, егерме көн тигәндә саҡ терелдем. Табиптарға рәхмәт, уларҙың тырышлығы ғына мине тере ҡалдырҙы. Ә бит ул бүлектә ятҡан бөтәбеҙҙең дә прививкаһы юҡ ине. Ирем менән бергә сирләп киткәйнек, тик ул вакциналы, өйҙә еңел генә үткәреп ебәрҙе, ә мин саҡ ғүмерем менән хушлашманым. Әлбиттә, хәҙер прививка яһатасаҡмын. Балаларыбыҙ йәшерәк булһа ла, аҡыллыраҡ булып сыҡты һәм әллә ҡасан яһатты, тыныс ҡына йөрөп яталар, ейәндәребеҙ әле бәләкәйерәк. Тик килеп сыҡһа, уларға ла прививка яһатырға кәңәш итәсәкмен, – тип һөйләне ул.
Ысынлап, хәҙер балалар ҙа ныҡ ауырый. Өфөлә йәшәгән Айһылыу тигән танышым яңыраҡ ҡына үҙенең хәлен һөйләне.
– “Омикрон” беҙҙең ғаиләгә лә килде. Ирем менән беҙ яҙын уҡ прививка яһатҡайныҡ, ә балалар бәләкәй әле. Пандемия башланып ҡына торған йылда ҡаты итеп сирләнек. Ә ул саҡта яныбыҙҙа булған малайҙарыбыҙ бөтөнләй ауырыманы. Был юлы иһә ирем менән мин еңел генә, ябай тымау кеүек үткәрҙек, ә бына балалар ләж ятты. Дүрт йәшлеге сағыштырмаса еңел үткәрҙе, ә туғыҙ йәшлек малайға “ашығыс ярҙам” саҡырырға тура килде хатта. Әллә нисә көн температураһы төшмәгән бала бер саҡ йүнләп тын ала алмай башлағас, ҡотобоҙ осоп дауаханаға киттек. Оҙаҡ ҡына сирләне, әлдә табиптар һәйбәт, аяҡҡа баҫтырҙылар. Ә бит беҙҙең кеүек балалар дауахана тулы ине. Әгәр беҙҙең йәштәге балалар өсөн вакцина килеп сыҡһа, уйлап та тормай яһатасаҡбыҙ. Нисек инде, үҙебеҙҙе һаҡланыҡ, ә балаларға кәрәкмәй буламы ни? – ти Айһылыу.
Һәр балаға – шәхсән ҡараш
Белгестәр үҙенең фекерен әйтә. Әле табиптар, айырыуса педиатрҙар, “барығыҙ, йүгерегеҙ, балағыҙға вакцина яһатығыҙ” тимәй. Улар ҙа яңы прививкаға ипле ҡарай. Беҙ Дәүләкәндең үҙәк район дауаханаһы педиатры Зөлфиә Ханнанованың фекерен һораштыҡ. Ул балалар табибы булып 35 йыл эшләй.
– Бөгөнгө эпидемиологик хәлгә ҡарап, барыбер балаларға ла прививка яһатырға кәрәк тигән фекерҙәмен. Әлеге ваҡытта балалар араһында сирләү арта, 10-13 процентҡа үҫеш күҙәтәбеҙ. Улар ҙа хәҙер нығыраҡ сирләй башланы. Минеңсә, тәү сиратта прививканы хроник сирҙәре булғандарға яһатырға кәрәк, был айырыуса диабет, бронха астмаһы, һимереү менән йонсоғандарға ҡағыла. Әлбиттә, сирҙәре киҫкен осорҙа булмағанда яһатыу фарыз. Тик шуныһын онотмайыҡ: һәр балаға мотлаҡ шәхсән ҡараш кәрәк! Прививка алдынан ғәҙәти тән температураһын үлсәү, тамағын ҡарау ғына етмәй. Мотлаҡ рәүештә тәүҙә ҡанының дөйөм анализын тапшырыр кәрәк. Бәлки, уның берәй сире барҙыр, анализһыҙ быны белеп булмай бит. Шулай уҡ мөмкинлек булһа, антиесемдәргә лә анализ биреү артыҡ булмаҫ ине. Уның һөҙөмтәләренә ҡарап ҡына ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Ғөмүмән, ата-әсәләргә кәңәшем шул: теләһә ниндәй прививка алдынан да анализ биреү мотлаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер сирле балалар күп, шуға күрә уның һаулығы торошон белеп тороу мөһим. Ә был коронавирустан прививкаға килгәндә, балалар уны еңел үткәрә, – ти табип.
Әйткәндәй, Зөлфиә Феликс ҡыҙы үҙе лә, тормош иптәше лә коронавирусҡа ҡаршы прививканы өс тапҡыр яһатҡан. Уның үҙенең балалары өлкән, улар ҙа яҡланған. Шулай уҡ табип биш ейән-ейәнсәргә өләсәй. Әле улар бәләкәйҙәр, шулай ҙа ниндәй генә прививка яһатһалар ҙа, өләсәләре уларҙы анализдар бирҙереп, хәлдәрен контролдә тотоп эшләтә һәм башҡаларға шул кәңәшен бирә.
Тағы бер тапҡыр шуға иғтибар итәбеҙ: бер кемде лә мәжбүр итмәйҙәр. Ата-әсәләрҙең ризалығы – иң мөһим фактор. Шуға күрә беҙгә, өлкәндәргә, ныҡлап уйларға, белгестәр менән кәңәшләшергә һәм балаларыбыҙҙы һаҡлар өсөн дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә генә ҡала.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге координаторы Римма ҮТӘШЕВА:
– Күҙ алдына килтерегеҙ: үлсәүҙәрҙең бер яғында – сир, ул һеҙҙең балаға өҙлөгөү бирә ала, хатта, әйтеүе лә ҡурҡыныс, ғүмерен тартып алырға мөмкин, икенсеһендә – бөтә кәрәкле һынауҙарҙы үтеп, балалар йәшенә иҫәпләнгән вакцина. Әгәр вакцинацияның кире эҙемтәләре булһа, уларҙы күптән бар донъяға таратырҙар ине. Рәсәйҙә вакцинациянан һуң балаларҙа бер ниндәй ҙә өҙлөгөү осрағы юҡ. Беҙгә ауырыуҙы еңергә, балаларҙы яҡларға кәрәк. Вакцина вирус өсөн тап ошондай кәртә ролендә сығыш яһай. “Спутник М” вакцинаһын тәҡдим итәм. Мин тулыһынса вакцинация яҡлы, ләкин ата-әсәнең ризалығы менән генә.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.