

Былтыр Дәүләкән районында Башҡортостан Башлығының гранттары конкурсында еңгән “Ауылпиадаға 16 аҙым” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Соколов ауыл советында “Һаулыҡ һуҡмағы” тип аталған сара үтте. Скандинав йөрөүе, уҡ атыу, футбол, волейбол, шахмат, ГТО нормативтарын биреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Дүрт команда хоккей уйнаны. Көйәрмәндәр күп булды. Имай-Ҡарамалы ауылынан спортсылар (капитаны - Зөлфәт Теләшев) еңеүсе тип билдәләнде.
Өсөнсө урынды яулаған ветерандар командаһының капитаны Дамир Биктимеров бындай саралар бик кәрәк тип һанай.
"Оҙаҡ йылдар спорт менән шөғөлләнәм. Хоккей уйнайым. Йәштәрҙе, балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу, сәләмәт тормош алып барыуға өндәү мотлаҡ бөгөнгө заманда. Бынан тыш, командала эшләргә өйрәнеү, бер-береңә ярҙам итеү, дуҫлыҡҡа нигеҙ спорт аша һалына", - ти Дамир Биктимеров.
Районда “Ауылпиадаға 16 аҙым” сараһы артабан да һәр ауыл советында үтәсәк.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте сайты.