

Республикала, ғөмүмән, илебеҙҙә халыҡты социаль яҡлауға, бигерәк тә балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеү йөҙөнән тотош комплексты тәшкил иткән дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Ләкин социаль өлкәгә күпме генә финанс ресурстары йүнәлтелмәһен, йәмғиәттә йәшәү рәүешенә булған ҡарашты үҙгәртмәйенсә тороп, имен булмаған ғаиләләр проблемаһының осона сығып булмаясаҡ. Эскелек, айырылышыу, ҡарауһыҙ бала-саға, яңғыҙаҡ ҡарт-ҡоро мәсьәләләре көн үҙәгендә ҡала.
Ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектының төп маҡсаты йәмғиәтте сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән. Республикала 2011 йылдан дауам иткән “Айыҡ ауыл” конкурсы әкренләп ыңғай һөҙөмтәһен бирә. Әбйәлилдә иһә район етәкселеге имен булмаған ғаиләләр менән көрәштә үҙ ысулын булдырҙы. Эш ҡатмарлы, әммә һөҙөмтәһе ҡыуанырлыҡ – 2021 йыл дауамында төбәктә ундай ғаиләләр һаны 185-кә кәмегән.
Байрамда эшлә һәм йыл буйы тыныс бул
Әбйәлил районы менән етәкселек итеү дилбегәһен ҡулына алғандан хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡов иң ҙур иғтибарын социаль профилактикаға йүнәлтте. Бығаса социаль хеҙмәттәр, опека һәм эске эштәр органдары, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, урындарҙағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары – һәр береһе үҙ юлында вазифауи бурыстары һәм йөрәк ҡушыуы буйынса йәмғиәттәге асоциаль күренештәргә ҡаршы көрәш алып барһа ла, бер йоҙроҡҡа тупланып, командала эшләү тәжрибәһе етешмәне.
Был “бушаҡ урын” оҙайлы ялдар, айырыуса Яңы йыл каникулы мәлендә хәүеф-хәтәрҙәре менән һиҙҙерә ине. Кәйеф-сафа ҡороусыларҙың байрам шауҡымында янғын ҡорбаны булыуҙары йә урамда ятып туңыуҙары, суррогат эсемлектәрҙән ағыуланыуы, уларҙың бәләкәй балаларының ҡарауһыҙлыҡтан, аслыҡтан тилмерешеүҙәре... Эсәм тигән кеше эсергә сәбәбен таба инде. Байраммы, ғәҙәти эш көнөмө — барыбер. Әммә бөтәһе өсөн дә ял тип иғлан ителгән байрамдарҙа “шайтан туйҙары” уғата көсәйә, ә күптәре өсөн был күңел асыу аяныслы тамамлана.
“Байрам ваҡытында эшлә һәм йыл буйы тыныс бул” – район хакимиәтенең социаль блогы быйыл дүртенсе Яңы йылды ошо девиз менән ҡаршы алды. Кешеләр рәхәтләнеп ялға киткәндә беҙҙә көсәйтелгән контроль режимы индерелә.
Хакимиәт башлығы Илдар Таһир улы етәкселегендәге оператив төркөм 30 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем быйыл да социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләрҙең һәм ауыр тормош хәлендәге йәки сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән яңғыҙаҡтарҙың именлеге һағында торҙо. Һәр көн эш штаб оперативкаһынан башланды һәм кискеһен район башлығы алдында яуаплыларҙың, график буйынса дежурҙарҙың көн дауамында башҡарылған байҡау-рейдтар, уларҙың йомғаҡтары буйынса отчеты һәм иртәгәһе көнгә маҡсаттар билдәләү менән тамамланды.
Социаль профилактикалауға ныҡлап тотонған район етәкселеге алдағы өс йыл тәжрибәһенән сығып, Яңы йыл байрамынан ниндәйерәк негатив “сюрприз”дар көтөргә булыуын хәҙер яҡшы күҙаллай һәм уҙған йылдарҙа булған ҡатмарлы хәлдәрҙең ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа тырыша. Был тәңгәлдәге эш үҙенә күрә системаға һалынған да инде. Мәҫәлән, 2022 йылды хәүеф-хәтәрһеҙ ҡаршылауға көҙҙән үк ентекле әҙерлек башланды. Ауыл биләмәләренән алынған белешмәләр нигеҙендә Әбйәлил буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараусылар исемлеге төҙөлгән. Һәм бөтәһе 474 ғаилә иҫәпкә алынған (алға китеп шуны әйтке килә: байрам осоронда яңылары өҫтәлеп, был һан 487-гә барып етте). Уларҙың күбеһе Ташбулат, Асҡар, Байым, Красная Башкирия ауыл биләмәләренә ҡарай. Ҙур биләмәләрҙә проблемалар ҙа күберәк.
Октябрь-ноябрь дауамында район башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев социаль үҫеш бүлеге хеҙмәткәре Алһыу Мусина менән әлеге адрестар буйынса өй беренсә йөрөп, һәр ғаиләнең тормош-көнкүреше менән танышты, өйҙә янғын сығыуын иҫкәрткән ҡулайламалар барлығын, электр үткәргестәренең торошон, йылытыу ҡорамалдарының, мейес һәм газ ҡаҙандарының төҙөклөгөн тикшергән һәм араларынан ауыр хәлдәге, ярҙамға, күҙәтеүгә мохтаж ғаиләләрҙе билдәләне.
Артабан социаль үҫеш бүлегенең һәр биләмә буйынса “ҡара исемлек”кә эләгеүселәрҙең исем-шәрифтәре, адрестары буйынса махсус китапсыҡ әҙерләп, профилактика органдарына, етәкселәргә, яуаплы кешеләргә тапшырыуы эште бермә-бер еңеләйтте. Әйткәндәй, социаль яҡтан хәүефле ғаиләләрҙе һәм граждандарҙы даими күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн уларҙың һәр береһенә ауыл биләмәләренән яуаплылар — депутаттар, уҡытыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советы ағзалары, ағинәйҙәр һәм башҡа йәмәғәтселәр билдәләнде. Әлеге китапсыҡҡа штабтың, мөһим хеҙмәттәрҙең телефон һандары ла индерелеүе ул-был хәл килеп тыуғанда урындарҙан сигнал ебәреүҙә һәм ашығыс саралар күреүҙә булышлыҡ итте. Ә сигнал булыу менән ваҡиға урынына оператив төркөм сыҡты. Профилактика системаһы органдарын — полиция, КДН, ГДН, опека, “Ғаилә”, “Ярҙам” үҙәге вәкилдәрен йәлеп иткән оператив төркөм 1 ғинуар иртәһендә, мәҫәлән, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенә барып еткән. Дүрт-биш ғаилә бергәләшеп эсеп ятҡан притонды туҙҙырырға, алты айлыҡ сабыйы булған лаяҡыл иҫерек әсәне ҡаты ғына иҫкәртергә тура килгән. Ғөмүмән, комиссия балалары барлығы хаҡында онотоп шешәгә сумған ата-әсәне баштарынан һыйпамай. Уның ҡарауы, профилактик әңгәмәләр ҡайһы бер осраҡтарҙа тиҙ үк һөҙөмтәһен бирә. Иртәгәһе көнгә айығам тип ышандырып ҡалған бәғзе берәүҙәр һүҙендә тора. Ә ояттарын юғалтҡандарҙы иһә көсләп айыҡтырырға тура килә.
Яңы йыл ялдары осоронда 21 кешене, уларҙың өсәүһе ҡатын-ҡыҙ (!) дауахананың наркология бүлегенә һалһалар, былтыр индерелгән тәжрибәне дауам итеп, 14 баланы ваҡытлыса “Ирәндек” лагерына урынлаштырғандар. Был маҡсатта алдан тәрбиәсе, ашнаҡсы һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр билдәләп ҡуйылған.
Ҡайҙа эскелек – шунда янъял
“Мин иҫерек түгел!” тип ғауғалашҡан, балаларҙы бирмәйем тип көс күрһәтеп маташҡан әҙәмдәр менән полицияға эш итергә, протокол төҙөргә тура килгән. Ҡайһы бер бәләкәстәрҙең бер нисә көн тәғәм ризыҡ ашамауы, яғылмаған һыуыҡ өйҙә үҙҙәре генә ҡалыуҙары йәки эске мәжлестәренә һәм башҡа ғибрәт хәлдәргә шаһит ҡылыуҙары асыҡланған. “Лагерға алып барабыҙ тигәс, балаларҙың шатланып ризалашыуын, ашығып кейенә башлауын, әлеге йәшәү рәүешенән биҙрәүен күреп йөрәк әрнене. Бер һөйләшмәгән бала үҙенең рәхмәтен барыбыҙҙы ла ҡосаҡлап үбеп белдерҙе. Малайға алты йәш, тиҙҙән мәктәпкә, ә уның ни сәбәптән һаман теле асылмауы ата-әсәһен бөтөнләй борсомай, – тип әсенә район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары. – Ул ғынамы, ҡайһы бер йүнһеҙҙәр балаларына кәрәкле документтар юлларға ла ваҡыт тапмай”.
Лагерға илтерҙән алда бөтә балалар ҙа үҙәк дауаханала медицина тикшеренеүе үткән. 2 ғинуарҙан “Ирәндек” эшләй башлаған. Кескәйҙәргә байрам кәйефен булдырыуҙа Шәфҡәт Ғәбитов башланғысы менән Әбйәлил студенттары йәмғиәте ҙур ярҙам күрһәткән. Йәштәр уйындар, флешмобтар ойошторған, Яңы йыл күстәнәстәре алып килгән, хатта кәрәк булғас, кейемдәр ҙә килтергән. Юғиһә ҡайһы берәүҙәрҙең бейәләйе булмаған, итеге бәләкәсәйгән, йә ойоғо тишелгән... Ата-әсәләре айығып, йорттарҙа тулы тәртип һәм таҙалыҡ урынлаштырғас ҡына балалар өйҙәренә кире ҡайтарылған. “Бүтән тамсы ла эсмәйем”, – тигән тәүбәләрен онотмаһалар ярай ҙа...
Эскән ғаиләләрҙе контролгә алыуҙың ыңғай йоғонтоһо бар, тип билдәләй Артур Дәүләтбаев. Мәҫәлән, былтыр Яңы йылда ата-әсәләренең туҡтамай эсеүе арҡаһында лагерға килгән туғыҙ баланың береһе лә был юлы унда эләкмәгән. Наркология бүлексәһендә дауалауға билдәләнеүселәр араһында ғына былтыр ятып сыҡҡан бер ҡатынға йәнә дауаланырға тура килгән. Берәүҙәрҙең тура юлға баҫыуҙары ҡыуаныслы ла, әммә икенселәре юлдан яҙып бара... Байрам ваҡытында ауыр тормош хәлендәге яңғыҙаҡтар ҙа иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмаған. Сирләп киткәндәренә табип саҡыртҡандар, ярҙам кәрәккәндәренә төрлөсә булышлыҡ иткәндәр. Асҡар ауылындағы “Уңыш” магазины алдын төйәк иткән асарбаҡтар һуңғы осорҙа юҡҡа сыҡты. Былтыр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аша квота юллап, ете берәҙәкте Аҡморондағы, Түбәләге ҡарттар йорттарына, сәләмәтлек хәле буйынса Белорет психоневрологик интернатына һәм туберкулез диспансерына урынлаштырғандар. Әйтеүе генә анһат, уларға документтар эшләтеү, инвалидлыҡ буйынса (нигеҙҙә, өшөп аяҡ-ҡулдарын ҡырҡтырған имгәктәр) пенсия юллау байтаҡ ваҡытҡа һуҙылған. Берәүҙәренең документтары бөтөнләй булмаһа, икенселәре СССР өлгөһөндәге паспорттарын алмаштырмаған. Ҡағыҙ эштәрен теүәлләгән арала был граждандарҙы Өфөләге наркология үҙәгенә йәки Асҡар дауаханаһының наркология бүлексәһенә һалып, яман ғәҙәттәренән дә дауалағандар.
Таяҡтың ауыр башы кемгә эләгә?
Ҡышҡыһын өшөп-туңып дауаханаға эләгеүселәрҙең күпселеге Яңы йыл байрамы осорона тура килә. Әлеге лә баяғы эскелек касафаты был. Һәм улар – бер кемгә хәжәте булмаған берәҙәктәр. Уларҙы дауаханала йылдар буйы тотоп булмай. Социаль учреждениеларға урынлаштырғанға тиклемге документтарҙы тәртипкә килтереү, инвалидлыҡ юллау, пенсия тәғәйенләтеү – таяҡтың ауыр башы йәнә социаль бүлек хеҙмәткәрҙәренә төшә. Шуға күрә иң киҫкен осорҙа уларҙы иғтибарҙан өҙмәҫкә тигән ҡарарға килгәндәр. Яңы йыл алдынан эсеп йөрөгәндәрен – наркологияға, бүтәндәрен хроник сирҙәре буйынса дауахананың башҡа бүлексәләренә урынлаштырғандар. Һәм был аҙым бик яҡшы һөҙөмтә биргән, байрам осоро тыныс үткән.
Район хакимиәтенең социаль профилактикалау, бигерәк тә Яңы йыл каникулы ваҡытында көсәйтелгән контроль режимында эшләү сәйәсәтенең һөҙөмтәләре, ғөмүмән, күҙгә эленерлек. Имен булмаған ғаиләләр исемлегенә эләккәндәр араһында ошо осорҙа эскелек ҡорбандары булмаған, янғындар теркәлмәгән. Бер нисә йылдан был мәсьәлә үҙенән-үҙе көн тәртибенән төшөп ҡаласаҡ, тип күҙаллайҙар.
Торлаҡ йорттарҙа сыҡҡан янғындар һәм уларҙа кеше ҡорбандары күпселек осраҡта имен булмаған ғаиләләр һәм яңғыҙаҡтар өлөшөнә тура килә. Яңы йыл ялдары осоронда 287 ғаиләгә янғынды иҫкәртеүсе ҡулайлама бирелгән. Йылытыу ҡорамалдарының төҙөк булмауы, электр үткәргестәрҙең яҙа-йоҙа эленеп тороуы кеүек ут тоҡаныуға етди сәбәптәр булған өйҙәрҙә бошмай йәшәп ятҡан йәки быларҙы йүнәтергә һуҡыр тинһеҙ хужалар өсөн хәстәрҙе лә район хакимиәте үҙ иңенә алырға мәжбүр, ләкин ҡаҙнала был маҡсатҡа финанс саралар ҡаралмаған.
Бағыусылар ярҙамы иҫәбенә уҙған йылда район хакимиәтенең Азамат Мортазин етәкләгән ремонт-төҙөлөш төркөмө 128 ғаиләнең электр селтәрҙәрен яңыртҡан, йылытыу ҡорамалдарын йүнәткән, хатта 23 өйҙә мейес сығарған. Йәмғеһе 355 мең һумлыҡ ремонт эштәре атҡарылған. Яңы йыл алдынан ғына 15 өйҙәге хәүефле тороштағы электр үткәргестәр алмаштырылған, тағы ла 45 торлаҡ сиратта тора. Әйткәндәй, интернет аша халыҡ һөйөүен яулаған Ҡаҙмаш йырсыһы – йәше тулһа ла, стажы етмәү сәбәпле, пенсия алмаған Мөхәмәт Ғәлимовтың йортонда ла электр уты ҡабынған.
Тормош һаҙлығына тәгәрәүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыу ике яҡлы. Кемдәрҙер быны йығылған ерҙән тороп китергә ышаныс тип ҡабул итһә, белекһеҙҙәр һаман үҙ боҙоҡлоҡтарына тартыла, оятһыҙҙары әҙергә-бәҙер йәшәмәксе итә. Яғырға утын юҡ тип бәлә һалыусы, әйтерһең, ҡыш килерен белмәгән. Бер ҡатын яңы тыуған сабыйына тыуыу тураһында таныҡлыҡ эшләтеүҙә район хакимиәте вәкилен йомшамаҡсы булған...
Ярай әле, донъяла игелекле кешеләр бөтмәгән. Ағас эше менән шөғөлләнгән эшҡыуар Рөстәм Вәлиев утынға бушлай гәрбил биргән, ә Азамат Тутаев һәм Вадим Ғәлин социаль яҡлауға мохтаж балаларға Яңы йыл күстәнәстәре таратып ҡыуандырған.
Бына шулай төбәктең социаль именлеген, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бар көстәрҙе бер йоҙроҡҡа тупларға, йөктө бер төптән тартырға тура килә район етәкселегенә һәм йәмәғәтселәргә. Ошондай эҙмә-эҙлекле эш менән социаль күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға өлгәшкән әбйәлилдәрҙең тәжрибәһен бөгөн республиканың башҡа төбәктәрендә лә индерә башланылар.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Әбйәлил районы.