Йәмғиәт
18 Февраль 2022, 12:00

Интернет һәр ерҙә лә булырға тейеш

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ауыл ерҙәренә интернет селтәре үткәреүгә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Интернет һәр ерҙә лә булырға тейешИнтернет һәр ерҙә лә булырға тейеш
Интернет һәр ерҙә лә булырға тейеш

“Ковид беҙгә һабаҡ та бирҙе, етешһеҙлектәрҙе лә асыҡланы. Мәҫәлән, балаларҙы дистанцияла уҡыуға күсергәндә, Башҡортостандың байтаҡ ауылдарында юғары тиҙлектәге интернет юҡлығын, шуға күрә онлайн-дәрестәргә бөтә уҡыусылар ҙа инә алмағанын белдек.

Хәлде былай ҡалдырып булмаҫы көн кеүек асыҡ ине, шуға ла саралар күрелде. Үткән йылда республикала интернетҡа тоташтырыу буйынса программа эшләй башланы (“Доступный интернет”). “Башинформсвязь” менән бергә күп кенә ауыл-ҡалаларҙа селтәрҙәр төҙөп, йорттарҙы интернетҡа тоташтырҙыҡ. Халыҡ өсөн был эш бушлай башҡарылды.

Йыл эсендә 267 ауыл тоташтырылды, 140 мең кешенең өйҙәрендә интернет барлыҡҡа килде. Әлегә тиклем бындай эш булғаны юҡ ине, шуға ла беҙҙең тәжрибә башҡа төбәктәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Программа ысынтылап үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, уны быйыл да дауам итергә булдыҡ. Инвестиция комитеты ултырышында проектты артабан үҫтереүҙе раҫланыҡ. 250-нән алып 1000 кешегә тиклем йәшәгән 179 ауылды интернетҡа тоташтырырға ниәтләйбеҙ. Заманса оптик бәйләнеште республиканың 102 мең кешеһе йорттарына һуҙасаҡбыҙ.

Шулай итеп, Башҡортостанда 250-нән күберәк кеше йәшәгән 300-ҙән кәмерәк ауыл әлегә интернетһыҙ ҡала. Әммә уларҙы ла әкренләп селтәргә тоташтырасаҡбыҙ. Бөтәһенең дә сифатлы фильмдар ҡарарлыҡ, дистанцион белем алырлыҡ һәм интернет биргән бар яҡшы нәмәнән файҙаланырлыҡ мөмкинлеге булырға тейеш”, – тип яҙҙы ул.  

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас