Йәмғиәт
18 Февраль 2022, 03:16

Күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ята...

Алмастың арғымаҡтары халыҡ-ара ярыштарҙа ла ҙур еңеүҙәр яулай!

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Халҡыбыҙҙың татлы балы, моңло ҡурайы, шифалы ҡымыҙы менән бер рәттән башҡорт атына ла һуңғы йылдарҙа иғтибарҙың бермә-бер артыуы күҙәтелә. Йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса республика етәкселеге тарафынан да ярҙам ҙур.

Милләтемдең ҡото һәм даны

 

Быуаттар дауамында башҡорт тоҡомло аты милләтебеҙҙең ҡото һәм даны булған. Йылҡы малы борон-борондан башҡорт халҡы­ның айырылмаҫ дуҫы һаналған. Ата-бабаларыбыҙ һыбай килеш күпме яуҙарҙа ҡатнашҡан, күпме юлдар үткән. Тотош Европаны урап сыҡҡан тиһәк тә була. Бөгөн дә республикала йылҡысылыҡ тарма­ғы яҡшы үҫешкән, Башҡортостан Рәсәйҙә иң алдынғы урындарҙы биләй. Урал аръяғы райондары йыл­ҡы малы үрсетеү һәм ҡымыҙ етештереү йәһәтенән беренсе урында торһа, аттар һаны буйынса Баймаҡ районына тиңләшеүсе юҡ. Бында 20 меңдән ашыу йылҡы иҫәпләнә. Ат малы тотоусыларҙың күбеһе уны итләтә йә тереләй һа­тыуҙы хуп күрһә, бәғзеләре ҡымыҙ етештереү буйынса махсуслаша. Бик аҙҙары ғына үҙ хужалығында ат спортын үҫтереү йүнәлешен үҙ иткән. Шундай­ҙарҙың береһе – Иҫке Сибай ауылынан Алмас Шөғөров. Уның арғымаҡтары Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта халыҡ-ара ярыштарҙа ла еңеү яулай.

 

Атҡа һөйөү бала саҡтан башлана

 

Ҡайһы ауыл малайының арғы­маҡта елдәй елеп сапҡыһы, өйөр-өйөр йылҡы көткөһө, иркә ҡо­лонсаҡтарҙы һөйгөһө килмәй икән?! Ә инде һыуһынды ҡандырыр ба­тырҙар эсемлеге – ҡымыҙҙы ауыҙ иткәндә, бар тәнеңдең семерләп китеүе, беләктәргә көс өҫтәүе үҙе ни тора! Быларҙың барыһын да үҙ елкәһендә татып, район һабанту­йындағы бәйгеләрҙә беренселекте бирмәй, бәләкәйҙән ат ялына йәбешеп, оҙон сыбыртҡыһын һелтәп йылҡы көтөп үҫкән Алмас, Шөғөровтың бөгөн йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүенә һис тә аптырайһы түгел.

Әбйәлил районының Ишбулды ауылында тыуып үҫкән Алмас Баймаҡ районының Түбә ауылы һылыуы Гүзәл менән өйләнешкәс, Иҫке Сибай ауылында нигеҙ ҡора. Бөгөн уларҙың тормоштарын йәм­ләп Мәҙинә исемле ҡыҙҙары һәм улдары Муса менән Ильяс үҫә.

Ат йәнле егет атаһының юлын лайыҡлы дауам итә. Башҡорт тоҡомло йылҡы малының төп генофонды һаҡланған, ат спорты үҫешкән, республикала иң күп йылҡы аҫралған төбәктәрҙең бе­реһе Баймаҡ районында йәшәүе лә быға булышлыҡ итмәй ҡалмай. Йәш фермер ат спорты йүнәле­шендә эш башлап яңылышмай.

 

Еңеүҙәр еңел яуланмай

 

Ат спорты төбәктә генә түгел, республикала ла ныҡ үҫешкән тип әйтеп булмай әлегә. Әммә һуңғы ваҡытта был йүнәлешкә иғтибар бермә-бер арта, йыл һайын  Башҡортостанда “Терра, Башҡорт­остан!” ат-спорт турнирының ойошторолоуы ла – быға асыҡ миҫал. Шулай уҡ Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондарында йыш ҡына йәйге һәм ҡышҡы ат сабыштары миҙгелен ябыуға арналған спорт байрамдары уҙғарыла. Әйткәндәй, төбәктә “Ирәндек” башҡорт то­ҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фонды эшләп килә, уның рәйесе – Алмас Шөғөров. Иртәгә тап фонд тарафынан Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолған “Тай-тулаҡ” бәйгеһе Иҫке Сибай ауылы янында үтә. Бәйгелә ҡатнашыусылар 5 – 20 минут эсендә менгегә өйрәтел­мәгән атты ҡороҡлап, һыбай менергә тейеш. Ярыш Рәсәйҙең 1812 йылдағы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығына арнала.

Алмас Шәфҡәт улы менән инглиз тоҡомло таҙа ҡанлы менге аттар торған таҙа һәм йылы һарайға инәбеҙ. Бындағы таҙалыҡ һәм тәртип, ғәфү итегеҙ, хатта күптәрҙең йортонда ла юҡтыр... Махсус бүленгән урында береһенән-береһе бейек, ғорур һәм текә арғымаҡтар тора. Әйткәндәй, менге аттары ныҡ иғтибар талап итә. Улар өсөн махсус меню төҙөлгән. Көнөнә ике тапҡыр ғына ашаталар. Ҡыҫҡаһы, хас та спортсылар кеүек. Һәр аҙымы, көндәлек туҡланыуы шәхси күҙәтеү аҫтында. Ә бит тап ошо ғорур дөлдөл һәм арғымаҡтар төр­лө ярыштарҙа ҡатнашып, хужаһына оло еңеүҙәр килтерә лә инде. Шуға күрә геройымдың уларҙың һәр береһенә шул тиклем йылылыҡ менән бағыуына һис тә аптырайһы түгел. Ә барыһы ла Реактор менән Мейбибара ҡушаматлы менге аттарҙан башлана...

– Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, тәүҙә Реактор һәм Мейбибара исемле арғымаҡтар һатып алып, уларҙы аҡрынлап ярышҡа әҙерләнем, – тип һүҙ башланы Алмас Шөғөров. – Тәүҙә аттарым район, республика, Рәсәй кимәлендәге ат спорты ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яуланы, артабан халыҡ-ара ярыштарға ла ҡатнашырға батырсылыҡ иттек. Ат спорты бигерәк тә Ҡаҙағстанда һәм Ҡалмыҡстанда ныҡ үҫешкән. 2017 йылда Ҡалмыҡстандағы бәйгелә Любимец менге атым оло еңеү яулап, бүләккә “Нива” автомобиленә лайыҡ булдыҡ. Бөтәһе биш беренсе урын яуланы ул. 2020 йылда Фригатта голд менге атым Ҡаҙағстан президенты призына үткәрелгән бәйгелә 1 000 000 тәңкәгә лайыҡ булды. Еңеүҙәр күп инде.

Ысынлап та, был ат һарайында затлы тоҡомдан булған бәйге аттары ғына тора. Фригатта голд, Турысай, Ләззәт, Мальбрана – улар барыһы ла инглиз тоҡомло таҙа ҡанлы менге аттары.

 

Ярҙамсылары ла юҡ түгел

 

Һәр ярышта үҙенең еңеүселәре һәм еңелеүселәре була. Һәм еңеүсе атҡа ҡыҙығыусы хужалар ҙа табыла. Уйлап ҡараһаң, Алмас Шөғөровтың арғымаҡтары ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла, һәр саҡ оло еңеүҙәр менән ҡайта. Көндәлек тырышлыҡ, аттарҙы һәр саҡ еңеүгә әҙерлек үҙен тулыһынса аҡлай. Һәр хәлдә, еңеүгә илткән юлдар еңел түгел. Шуларҙың береһе әлбиттә, үҙе кеүек ат йәнле ярҙамсылар табыу ҙа бик мөһим. Ул яҡтан геройым үҙен бәхетле һанай. “Мин ярҙамсыларымдан уңдым: иң тәүҙә бар башланғыс­тарымды хуплап, ярҙам ҡулы һуҙған ҡатыныма рәхмәтлемен. Икенсенән, үҙҙәре лә аттарҙы яратҡан ат ҡараусы Фәнил Солтанов менән жокей Сергей Айсенов­тарҙың миндә эшләүе – үҙе бер бәхет. Сөнки әле беҙҙә Ҡаҙағстан һәм башҡа төрки илдәрендәге кеүек ат спорты ныҡлап үҫешмәгән, шуға күрә был өлкәлә әҙерлекле тренер, жокейҙар ҙа юҡ кимәлдә”, – ти ул.

 

Алмастың донъяла үҙ урыны бар

 

Тап шулай! Бөгөн Баймаҡ фермерының ат спортын үҫтереү буйынса таҙа инглиз тоҡомло менге аттарының еңеүҙәре бихисап, уларҙың һәр ярыш күрһәткестәре айырым рейтингты күтәрә һәм мал хужаһының мәртәбәһен арттыра. Шуға күрә Алмас Шөғөровтың еңеүсе арғымаҡтарына һорау ҙур, үҙе ҡолон сағынан алып тәрбиәләп, өйрәтеп алғандарын да һорау­сыларға һатып ебәрә. Ни тиһәң дә, һәр эшең үҙеңә лә матди ярҙам килтерергә тейеш икәнлеген дә оноторға ярамай. Алмас Шәфҡәт улы ҡасандыр үҙе тәрбиәләп, оло еңеү майҙандарына алып сығып, әле башҡа хужаларына хеҙмәт иткән аттарының еңеүҙәрен даими күҙәтеп бара. “Минән һатып алған бер атым яңы хужаһына бер миҙгелдә генә туғыҙ ярышта еңде, 20 миллион тәңкә аҡса, ете машина, Астанала ике бүлмәле фатир алып бирҙе”, – тип йылмая ул. Тимәк, геройымдың был өлкәлә уңыштары ла күп, йәнә балҡыясаҡ еңеүҙәре лә алда әле.

Ябай ауыл малайының бала саҡ хыялы тормошҡа ашып, бөгөн төбәктә тәүгеләрҙән булып ат спортын үҫтерә ул. Уны Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә лә таныта алған егәрле, дәртле һәм аттай талымһыҙ Алмас Шөғөров кеүек егеттәр барында башҡорт атының даны, уның бәйгеләрҙә еңеү яулауы, тибен­лектәрҙә ҡыш­лауы, ҡасандыр башҡорттарҙың да төрки донъя­һында үҙҙәренең арғымаҡтары менән елдәй елеп ярыштарҙа саҡ алдынғылыҡты бирмәүҙәре үҙ асылына ҡайтырына, уларҙың даны  бермә-бер артырына ышаныс ҙур.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Баймаҡ районы.

 

Баймаҡта – Башҡорт аты музейы

 

Ат яратыусылыр өсөн йәнә бер һөйөнөслө яңылыҡ бар. Баймаҡ ҡалаһындағы “А.Ф. Кабанов йорто”ндағы тарихи бинала Башҡорт аты музейын булдырыу мәсьәләһе ҡаралды.

Был хаҡтағы һөйләшеүҙә Бай­маҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты. Осрашыуҙа шулай уҡ “Ирәндек” музей-ҡурсаулығының эшен камиллаштырыу, Темәс ауылы тарихи биләмәһендәге 14 объектты мәҙәни мираҫ исемлегенә инде­реү мәсьәләләре ҡаралды.

Башҡорт аты музейы урын­лашасаҡ Кабановтар йортонда экспозициялар залы булдырыу, музей-ҡурсаулыҡтың биләмәлә­рен мониторинглау һәм экскурсиялар ойоштороу эштәрен тормошҡа ашырыу эше йәш белгес Венер Нәбиевкә йөкмәтелде.

Читайте нас