Йәмғиәт
18 Февраль 2022, 10:15

Рәсми сараларҙа башҡортса телмәр яңғырай

Нуриман районы Советының ултырышы башҡаларға ла өлгө булырлыҡ

Рәсми сараларҙа башҡортса телмәр яңғырайРәсми сараларҙа башҡортса телмәр яңғырай
Рәсми сараларҙа башҡортса телмәр яңғырай

Ошо арала Нуриман районы Советы ултырышы үткән. Сара видеоконференция тәртибендә ойошторолған. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов, урынбаҫарҙары, прокурор ярҙамсыһы Заһир Ғәниевтар ҡатнашҡан. Ултырышты Совет рәйесе Илшат Әхтәмов алып барған.

Көн тәртибендә ете мәсьәлә ҡаралған. Ултырыштың бик тә һөйөнөслө бер мәле: райондың мәғариф идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Әҙилә Яҡупова Нуриман районы мәктәптәрендә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә эшен ойоштороу эше тураһында башҡорт телендә сығыш яһаған.

Илшат Әхтәмов докладсыны хуплап, теләгәндәргә республика дәүләт телдәренең береһе – башҡорт телендә сығыш яһарға саҡырып мөрәжәғәт иткән. “Ултырыштарҙы ошондай форматта үткәреүҙең маҡсаты – Башҡортостандың дәүләт телдәрен ҡулланыу мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса системалы эште ойоштороу, телдәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу”, – тип билдәләгән ул.

Нуримандарҙың республиканың дәүләт теле булып торған башҡорт теленә ихтирам күрһәтеүе хуплауға лайыҡ. Уларҙың башланғысын Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә дәррәү күтәреп алырҙар, тип ышанғы килә.  

Мәғлүмәт Нуриман районының рәсми сайтынан алынды.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас