Йәмғиәт
18 Февраль 2022, 15:30

Төҙөлөш күпме ваҡытҡа иҫәпләнгән?

Аркалы күпер ремонты буйынса күсмә ултырыш булды.

Төҙөлөш күпме ваҡытҡа иҫәпләнгән?Төҙөлөш күпме ваҡытҡа иҫәпләнгән?
Төҙөлөш күпме ваҡытҡа иҫәпләнгән?

Бөгөн, 18 февралдә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиев, заказсы, подряд ойошмалары, ҡала хеҙмәттәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашлығында Воровский урамында 1956 йылда төҙөлгән аркалы күперҙе капиталь ремонтлау мәсьәләһе буйынса күсмә кәңәшмә үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эштәр бында 1 марттан башлана, күпер ябыласаҡ.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы Константин Паппе аңлатыуынса, капиталь ремонт сиктәрендә тороҡтарҙы, ситке таяуҙарҙы тулыһынса алмаштырыу, аралыҡ таяуҙарҙың элементтарын өлөшләтә һүтеү ҡаралған. Терәк өлөштәр алынасаҡ һәм яңылары монтажланасаҡ, таяуҙар өлөшләтә ремонтланасаҡ. Бынан тыш, күперҙең төп конструкцияһы булған арка алынып, яңынан төҙөләсәк.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ ҡалаға инеү һәм унан күрше ике күпер аша сығыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Яңы күперҙә 14 февралдән алып һынау режимында дүрт һыҙатлы хәрәкәт ойошторолған – һыҙат буйлап хәрәкәт йүнәлешен күрһәткән юл билдәләре ҡуйылған. Яҡын арала тамға һалынасаҡ. 1 марттан 1991 йылда һалынған күперҙә хәрәкәт схемаһы яңыртыла: ҡаланан сығыу өсөн бер һыҙат һәм реверсив һыҙат эшләнәсәк. 26 февралдә бында ла ағымдарҙың нисек бүленеүен ҡарау өсөн һынау режимында хәрәкәтте күсереүҙе ойоштороу планлаштырыла.

“Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәте филиалы “Мостоотряд №30" директоры Василий Чекуров һүҙҙәренсә, йылғаға төҙөлөш сүп-сары эләкмәһен өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнәсәк.

"Тотош ағас түшәмәләр, рәшәткәләр ҡуйыласаҡ. Ниндәйҙер өлөшө барыбер төшөүе мөмкин, ләкин ергә йәки һыуға төшөү менән төҙөүселәр барыһын да йыйыштырасаҡ, ә күҙәтеү ойошмалары уны күҙәтәсәк. Беҙ йәшәгән ҡаланы һәм беҙ эскән йылға акваторияһын бысратырға бер кем дә йыйынмай, – тине ул. – Килешеүҙе үтәү сиктәрендә һыу пробаларын контролдә тотоу һәм биологик әүҙем ресурстарҙы тергеҙеү үткәрелә, рекультивация, шул иҫәптән – балыҡ сығарыу, бөтә кәрәкле экологик саралар".

Василий Чекуров билдәләүенсә, аркалы күперҙе капиталь ремонтлауҙың норматив осоро 42 ай булһа ла, әлеге иҡтисади шарттарҙа һәр подрядсы ойошма башҡарылған эштәрҙең ваҡытын ҡыҫҡартыу яҡлы.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас