

Торатау геопаркы биләмәһенә ингән Ғафури районындағы Пермь системаһының Артинский ҡатламының түбәнге сигендә урынлашҡан “Түлкәс” киҫелеше "Алтын ҡаҙаҡ" халыҡ-ара статусын алды. Ғалимдар уның йәшен 290 миллион йыл тип баһалай.
Был киҫелеште Урал геологтары Валерий Черных һәм Борис Чувашов 2002 йылда асҡан, 20 йыллыҡ ентекле тикшереү барышында ғалимдар уны донъя кимәленә күтәрә.
— “Алтын ҡаҙаҡ” рәсми статусы тау тоҡомдарының составын ентекле өйрәнеү нигеҙендә, ташҡа әүерелгән ҡаҙылма фауна булған осраҡта бирелә. Бындай киҫелештәр ғалимдар өсөн айырыуса мөһим. Бер геологик урындың икенсеһе менән оҡшашлығын, ер шарында теге йәки был ваҡтта ниндәй үҙгәрештәр барғанын белер өсөн кәрәк. Был осраҡта һүҙ Пермь арауығы тураһында бара, - ти Торатау геопаркы геологы Фәнис Ардисламов.
Был киҫелештә диңгеҙ ҡорттарының бер төрө – Sweetognatus asymetric Sun et Lai табылған. Ташҡа уларҙың бары тик тештәре генә таш һынға әүерелеүгә ҡарамаҫтан, был асыш мөһим тип һанала, сөнки ер шарында улар барлыҡа килгәс геологияла артин дәүере башлана.
Башҡортостандың Ғафури районындағы был киҫелештән тыш, халыҡ-ара статусҡа Ҡытай һәм АҠШ-тағы участкалар ҙа дәғүә иткән. Рәсәй ғалимдары Стратиграфия буйынса халыҡ-ара комиссияны беҙҙең киҫелештең мөһимлген дәлилләгән. Яҙ етеү менән "Торатау" геопаркы хеҙмәткәрҙәре киҫелеш янындағы майҙансыҡты төҙөкләндерәсәк һәм туристар өсөн мәғлүмәт алтаҡталары урынлаштырасаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Алтын ҡаҙаҡ” билдәһен Ғафури районындағы Усолка геологик киҫелеше алды. Артабан был исемгә Салауат районының Мәсетле киҫелеше дәғүә итә.
Фото: "Торатау" геопаркы сайтынан алынды.