Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2022, 15:00

Борис Невзоров вафат

Коронавирус афәте дауам итә... 

Борис Невзоров вафат
Борис Невзоров вафат

Кисә, 18 февралдә, кис менән йәнә ауыр яңылыҡ билдәле булды: Рәсәйҙең халыҡ артисы Борис Невзоров вафат.

Уға 72 йәш ине. Беҙ уны совет һәм Рәсәйҙең кино һәм театры актеры булараҡ беләбеҙ. Актерҙың үлеме тураһында Бәләкәй театр директоры Тамара Михайлова хәбәр итә. Үлеменең сәбәбе – коронавирус.

Борис Невзоров 1950 йылдың 18 ғинуарында Краснодар крайында тыуған. МХАТ мәктәп-студияһын тамамлаған. Мәскәү яңы драма театрында, Моссовет исемендәге театрҙа, К.С. Станиславский исемендәге Мәскәү драма театрында, 2005 йылдан Бәләкәй театрҙа уйнай.

Үҙ карьераһында ул йөҙҙән ашыу фильмда һәм сериалда уйнаны, улар араһында – “Йәш Рәсәй”, “Найти и обезвредить”, “Говорит Москва”, “Майор”, “Капабланка”, “Сталинград” фильмдары, “Каменская”, “Һуңғы министр” сериалдары һәм башҡалар бар.

Фото: film.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: