Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2022, 21:00

Данлыҡлы дивизиябыҙҙың эҙҙәрен һаҡлай ул ерҙәр...

"Беҙ, Афған, Чечня һуғыштарын үткән ир-уҙамандар, үҙебеҙҙекеләрҙе ташларға, ошо ауыр мәлдә иғтибарһыҙ ҡалдырырға йыйынмайбыҙ", - ти Тимерйән Рәжәпов.

Данлыҡлы дивизиябыҙҙың эҙҙәрен һаҡлай ул ерҙәр...
Данлыҡлы дивизиябыҙҙың эҙҙәрен һаҡлай ул ерҙәр...

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов көнүҙәк хәлгә ҡағылышлы фекерен белдерҙе.

"Кисә Луганск менән Донецк республикаларында атыш башланды, кешеләр эвакуациялана, тигән аяныслы хәбәр килде. Халыҡты, айырыуса балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙы Ростов өлкәһенә сығара башланылар. Бөгөн беҙҙең республикала оператив штаб ойошторолдо, уның етәксеһе итеп Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Максим Забелин тәғәйенләнде. Штаб ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам мәсьәләләрен хәл итәсәк. Унан тыш, “Берҙәм Рәсәй” партияһының ирекмәндәр штабы ла бәйләнешкә сыҡты – улар ҙа булышлыҡ ҡылырға әҙер. Мин, электән килгән хеҙмәттәшлек бәйләнештәре нигеҙендә, Луганск Республикаһы етәкселеге менән даими бәйләнештә торам, сөнки Башҡортостан менән был төбәкте тығыҙ дуҫлыҡ ептәре, уртаҡ тарихи ҡиммәттәр бәйләй.

Луганск, Донецк халҡы беҙгә сит түгел. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлдары тап шунан үткән, улар ошо төбәк халҡын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн ғүмерен йәлләмәгән, шанлы яу юлдары үткән. Беҙҙең легендар командирыбыҙ, арҙаҡлы милләттәшебеҙ генерал Шайморатов шунда һәләк булған, Петровск ҡалаһында ерләнгән. Беҙ Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Луганск Халыҡ Республикаһына барып, шәхес иҫтәлегенә үткәрелгән митингтарҙа ҡатнашырға планлаштырғайныҡ. Билеттар алынған, әммә әлегә ни булырын күҙаллап булмай.

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән шәп девизы бар. Беҙ, Афған, Чечня һуғыштарын үткән ир-уҙамандар, үҙебеҙҙекеләрҙе ташларға, ошо ауыр мәлдә иғтибарһыҙ ҡалдырырға йыйынмайбыҙ, төрлө ирекмәндәр ойошмалары ла Луганск һәм Донецк халҡына ярҙам итергә әҙер. Беҙ һеҙҙең менән, дуҫтар!" – тине Тимерйән Рәжәп улы.

Фото: veteranrb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: