Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2022, 19:00

Рәмил Рәхимов: “Башҡортостан ауыр хәлдә ҡалғандарға һәр саҡ ярҙам иткән”

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов "Башҡортостан" гәзитенә Донецк һәм Луганск халҡына ярҙамға ҡарата фекерен белдерҙе. 

Рәмил Рәхимов: “Башҡортостан ауыр хәлдә ҡалғандарға һәр саҡ ярҙам иткән”
Рәмил Рәхимов: “Башҡортостан ауыр хәлдә ҡалғандарға һәр саҡ ярҙам иткән”

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов "Башҡортостан" гәзитенә Донецк һәм Луганск халҡына ярҙамға ҡарата фекерен белдерҙе.

– Әлеге ваҡытта тышҡы сәйәси хәлдәр ҡатмарлашып тора. Көнбайыш илдәре, берләшеп, Рәсәйгә баҫым яһар өсөн “украин кәрте”н ҡулланмаҡсы була. Бының өсөн, имеш, илебеҙҙең Украинаға һөжүм итеү ихтималлығын уйлап сығарып, нигеҙһеҙ ғәйепләйҙәр. Был уйҙырмаларҙың нигеҙендә Рәсәйҙең үҙаллылығына ҡамасаулау, иҡтисади яҡтан ҡыҫырыҡлау теләге ята. Дәүләт етәкселеге бындай ауыр шарттарҙа ла ҡаршы яҡ провокацияларына бирелмәй, төплө уйланылған, тыныс сәйәсәт алып бара.

Украиналағы сәйәсмәндәрҙең адекват булмаған алымдары Донецк, Луганскиҙа хәлде ҡатмарлаштырҙы, был иһә халыҡтың хәүефһеҙлегенә янарға мөмкин. Әйткәндәй, кешеләрҙең байтағы Рәсәй гражданлығын ҡабул иткән, йәғни улар беҙҙең дәүләт граждандары булып тора. Килеп тыуған хәлдә был республикаларҙың етәкселеге тыныс халыҡты, иң беренсе, әлбиттә, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттарҙы, Рәсәйгә, Ростов өлкәһенә эвакуацияларға хәл итте. Унда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде, сөнки күп халыҡты ҡабул итергә кәрәк буласаҡ.

Бындай шарттарҙа Башҡортостан, тәбиғи, бөтә Рәсәйгә ҡағылған хәлдән, ике республиканың тыныс халҡына ярҙам ҡылыуҙан ситтә ҡала алмай. Шуға ла бөгөн республикабыҙ Башлығы оператив штаб ултырышын үткәрҙе, килеүе мөмкин булған кешеләрҙе ҡабул итерлек урындар әҙерләнә.

Был – бик тә дөрөҫ, ғәҙел позиция. Тарихи тамырҙар, тәжрибә ауыр хәлдә Башҡортостандың гел ярҙам иткәнен күрһәтә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла республикабыҙға бихисап халыҡ, шул иҫәптән Украинанан да, ҡабул ителгән. Башҡортостан ул саҡтағы Совет Украинаһының зыялыларын да ҡотҡарған. Республика Хөкүмәте, Фәндәр академияһы, ижади берләшмәләре лә тап ошонда ваҡытлыса төйәк тапҡан. Мәҙәни, рухи ҡомартҡылар ҙа Башҡортостанға күсерелеп, һаҡланып, һуғыштан һуң Украинаға кире ҡайтарылған.

Тарихи хәтергә тоғро ҡалып, әлеге хәлдә лә Башҡортостан килеүе ихтимал кешеләрҙе ҡабул итергә, һыйындырырға әҙер. Был республикаларҙа йәшәгәндәр беҙгә сит түгел: 1943 йылда данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлдары үткән, яугирҙәребеҙ ҡанын түгеп, ғүмерҙәрен биреп, халҡын нацистарҙан азат иткән.

Яҡшыға өмөт итәйек. Конфликт тыныс юл менән хәл ителер, провокациялар туҡтатылыр, тип юрайыҡ. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең ярҙам итергә теләгебеҙ, мөмкинлегебеҙ бар, ә был бөгөн – иң мөһиме”.

Фото Р. Рәхимовтың шәхси альбомынан.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: