Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Донецк һәм Луганск халҡын ҡабул итергә әҙерлеге тураһында белдерҙе, уларҙы эвакуациялау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.
Әлеге ваҡытта бының өсөн кәрәкле механизмдар барлана. Ярҙам алыу һәм булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр, һорауҙарҙы Ситуация үҙәге ҡабул итә. Үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева ошоға бәйле комментарий бирҙе.
"Бөгөн беҙгә ошоға бәйле хәл буйынса эшләү бурысы йөкмәтелде. Тәүге минуттарҙан уҡ республикабыҙ халҡы шылтырата башланы, мәҫәлән, Өфөнән, Нефтекаманан, Өфө районынан. Улар төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер: йәшәргә урын бирергә, матди яҡтан булышлыҡ итергә, хатта машина биреп торорға. Әле ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙе йәлләп кенә түгел, үҙебеҙҙең халыҡтың ошондай мәрхәмәтле булғанына күңел тулып та, күҙҙән йәштәр бәреп сыға...
Беҙ дәррәү эшләйәсәкбеҙ, ярҙамға мохтаждарҙан да, шул булышлыҡты күрһәтерлек кешеләрҙән дә шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ. Һуғыш ҡупмаһын, кешеләр имен йәшәһен, хәлде тыныс юл менән йырып сығырға яҙһын тип теләйбеҙ", – тине ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Ситуация үҙәгенә 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратырға йәки республика етәксеһенең бөгөнгө посы аҫтында яҙма ҡалдырырға мөмкин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.