Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2022, 15:30

Тәжрибә бар: изге эшкә ҡушылабыҙ

Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина республикаға Луганск һәм Донецк халҡын ҡабул итеүгә ҡарата фекерен белдерҙе.

Тәжрибә бар: изге эшкә ҡушылабыҙ
Тәжрибә бар: изге эшкә ҡушылабыҙ

Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың оператив штаб төҙөү тураһындағы ҡарарына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

“Һис һүҙһеҙ, был Луганск һәм Донецк республикалары халҡы – балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, өлкән быуын вәкилдәре өсөн мөһим. Төбәгебеҙгә килгәндәргә кәрәк булған барлыҡ шарттарҙы тәьмин итәсәкбеҙ. Әгәр сирле балалар бар икән, уларға медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.

Социаль селтәрҙә хәрәкәт башланды, кешеләр гуманитар йәһәттән дә, аҡсалата ла ярҙам йыйырға әҙерлеге хаҡында белдерә.

Беҙҙә бындай тәжрибә булды. Ун йыл элек мин етәкселек иткән Ҡала үҫеше йәмәғәтселек фонды республикаға Луганск өлкәһенән балаларҙы килтергәйне. Ошондай ғәмәлде атҡарҙыҡ - эшләй беләбеҙ, ҡушылабыҙ.

Был – етди проблема. Кешеләргә үҙ йортон ташларға тура килә, уларға әхлаҡи һәм матди йәһәттән ауыр. Улар беҙҙең хәстәрлеккә, рухи йәһәттән ҡатнашлығыбыҙға мохтаж.

Фондта хәйриә йыйыу өсөн иҫәп бар, уны асабыҙ, йыйыуҙар маҡсатлы буласаҡ, абсолют үтә күренеүсән”, - тип белдерҙе республиканың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: