Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ярҙамға әҙерлеге тураһында белдерҙе.
"Луганск һәм Донецк республикалары халҡы беҙгә туған кеүек. Дуҫлығыбыҙ тарихы Бөйөк Ватан һуғышына барып тоташа. Башҡортостан уларға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Эвакуацияланғандарҙы республикаға ҡабул итә алабыҙ. Был йәһәттән оператив штаб төҙөлдө, уға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Максим Забелин етәкселек итә.
Ныҡ ҡыуандырғаны: Башҡортостан халҡы үҙе үк Донбастағы хәлгә бәйле ауырлыҡтар кисергән кешеләрҙе һыйындырырға, ярҙам итергә теләк белдерә башланы. Ошоға бәйле Хәл-торош үҙәгенә 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратырға йәки ошо пост аҫтында комментарий ҡалдырырға мөмкин", – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
Фотлар: vk.com/radiyhabirov