Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль , 20:30

Ярҙам итергә теләге булғандар иғтибарына

Эвакуацияланғандарға булышлыҡ ҡылырға йыйынғандар өсөн кәрәкле адрес-телефондар - яҙмала.

Ярҙам итергә теләге булғандар иғтибарына
Ярҙам итергә теләге булғандар иғтибарына

Өфөлә "Берҙәм Рәсәй" партияһының республика бүлексәһе ҡарамағында эвакуцияланғандарға ярҙамға Йәмәғәт булышлығы штабы төҙөлдө.

"Ярҙам итергә теләк белдергән барлыҡ йәмәғәт ойошмаларына рәхмәтлебеҙ, – ти штаб етәксеһе,"Берҙәм Рәсәй" партияһының республика башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Насретдинов. – Оператив рәүештә "Төнгө бүреләр" мотоклубы, Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды, Хәрби туғанлыҡ, "Рәсәй терәге", "Эшлекле Рәсәй", Башҡортостан метрополияһы Өфө епархияһының йәштәр бүлеге, Евразия халыҡтары ассамблеяһы ирекмәндәре, "Берҙәм Рәсәй"ҙең Йәш гвардияһы", "Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәндәре, "Еңеү ирекмәндәре", Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ирекмәндәре, партия яҡлылар, депутаттар, уларҙың ярҙамсылары ҡушылды".

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Ситуация үҙәгенең телефоны: 8 (347) 218-19-19. Иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул ителә.

Ярҙам күрһәтергә теләге булғандар кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре, башҡа кәрәк-яраҡ килтерә ала. Һаҡлау ваҡыты тиҙ сыға торған аҙыҡ килтермәү һорала.

Гуманитар ярҙам Өфө, Цюрупа урамы, 17-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Дүшәмбе - йома көндәре иртәнге 9-ҙан киске 9-ға, шәмбе һәм йәкшәмбе иртәнге 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр. 

Әлеге ваҡытта "Берҙәм Рәсәй"ҙең урындағы бүлексәләрендә гуманитар ярҙамды йыйыу урындары ойошторола. Штаб, колл-үҙәк эшендә ярҙам итергә әҙер ирекмәндәр ҙә көтөлә. 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратырға мөмкин.

Мәғлүмәт сығанағы: bashkortostan.er.ru/activity/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в