Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2022, 12:00

Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы ярҙамға әҙер

“Табип, пациенттың кем булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ ярҙам итәсәк. Был беҙҙең һөнәри бурысыбыҙ“, – ти Вил Тимербулатов.

Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы ярҙамға әҙер
Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы ярҙамға әҙер

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, әгәр Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан кешеләр эвакуацияланһа, беҙ уларҙы ҡабул итергә һәм бар яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, тип белдерҙе. Был эштә айырыуса һаулыҡ һаҡлау тармағына ышаныс бағлана: кешеләргә медицина булышлығы кәрәк булыуы ихтимал. Шуныһы ҡыуандыра, беҙҙә ярҙамға әҙерҙәр һәм бының өсөн бөтә шарттар бар.

“Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе Башҡортостан биләмәһенә эвакуацияланған Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары граждандарына барлыҡ медицина ярҙамы төрҙәрен күрһәтергә әҙер”, – тип белдерҙе профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Вил Тимербулатов.

Уның һүҙҙәренсә, республиканың медицина учреждениелары теләһә күпме кешене ҡабул итеү һәм уларға планға ярашлы, шулай уҡ ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн ҡорамалдар, койка фонды менән етерлек кимәлдә тәьмин ителгән. Бынан тыш, республика шифаханалары ла был граждандарға булышлыҡ ҡылырға әҙер. Эвакуацияланғандарға ярҙам итеү республика халҡын медицина йәһәтенән хеҙмәтләндереүгә бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡ. 

“Табип, пациенттың кем булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Был беҙҙең һөнәри бурысыбыҙ“, – ти Вил Тимербулатов.

Фото: professya-vrach.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: