Башҡортостанда ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр йәшәй. Социаль селтәрҙә республиканың төрлө ауылдарынан һәм ҡалаларынан Радий Хәбировтың посына яуап итеп Луганск, Донецк республикалары ҡасаҡтарына ярҙам тәҡдим итә башланылар. Беҙ, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге командаһы, бөтә хәбәрҙәрҙе лә иҫәпкә алабыҙ һәм оперштабҡа тапшырабыҙ. Донбаста эвакуация тураһында билдәле булғас та Республика Башлығы штаб булдырырға ҡушты.
Яңауыл, Белорет, Дүртөйлө, Бөрө, Нефтекама ҡалаларынан “Ғаилә парын үҙебеҙгә индерергә әҙербеҙ”, “Йәшәргә бушлай бүлмә бирәм”, “Уңайлы шәхси йортто балалары булған ҡасаҡтар ғаиләһенә оҙайлы ваҡытҡа бирә алам”, “Фатирҙа буш бүлмә бар” тип яҙа улар...
Был кешеләргә рәхмәт. Ә республика, власть?
Торлаҡ мәсьәләһе. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, ун район һәм ике ҡала, Өфө, Октябрьский, балалар учреждениеларына 191 кешене, балалы ата-әсәләрҙе ҡабул итергә, туҡланыу һәм йәшәүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер. Республика буйынса урынлаштырыу өсөн 198 буш урын социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында, шул иҫәптән инвалид балалар өсөн реабилитация үҙәктәрендә бар.
Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙер, был Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты яғынан.
Эш, хеҙмәт урындары буйынса.
“Бер нисә ғаиләне ҡабул итә алабыҙ. Эш, хеҙмәт хаҡы буласаҡ. Механизаторҙар, водителдәр, токарь, иретеп йәбештереүсе һәм малсылар”, “Өфөлә ике ир-егет (иретеп йәбештереүсе һәм токарь) өсөн йәшәү менән һәйбәт эш бар” – ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа эш биреүселәр ҡушылды.
Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әле 50 мең вакансия асыҡ. Ведомство райондар, эш биреүселәр һәм һөнәрҙәр араһында 8567 вакансия тәҡдим иткән. Яңы кадрҙарға айырыуса Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары мохтаж. Мәғлүмәттәр көн һайын яңырып торасаҡ. Һәм был Украина граждандарына ғына түгел, бөтәһенә лә ҡағыла.
Башҡа мәсьәләләр.
“Бөрө республикабыҙ биләмәһендә ДНР һәм ЛНР-ҙан эвакуацияланған кешеләрҙе транспорт менән ташыуҙа ярҙам итергә әҙер”, “Юридик ярҙам күрһәтәм, консультациялар бирәм, әйберҙәр йыйыуҙа, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары ҡасаҡтары өсөн аҙыҡ-түлек килтереүҙә ярҙам күрһәтәм” – тип халыҡ ошондай ярҙамды ла тәҡдим итә.
Был барыһы ла түгел әле. Башҡортостан уҡытырға, дауаларға, ярҙам итергә әҙер.
Ҡасаҡтарға һәм был ярҙамға мохтаж булыусыларға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә була:
ЛНР һәм ДНР эвакуацияланған граждандарына ярҙам күрһәтеү буйынса берҙәм номер – 8(347) 218-19-19.
Шулай уҡ социаль селтәрҙә Радий Хәбировтың сәхифәләренә яҙырға мөмкин, бына республика Башлығынан һуңғы пост:
Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә ярҙам:
ВК: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_761429
ИГ: https://www.instagram.com/p/CaJgIByjWvx/
ФБ: https://facebook.com/story.php?story_fbid=13609897877..
ОК: https://ok.ru/radiyhabirov/statuses/154774124567342
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ҡарамағындағы ЛНР һәм ДНР-ҙан эвакуацияланған граждандарына йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге: телефон - 8-800-201-89-03.
Гуманитар ярҙамды Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса ҡалдырырға мөмкин.
Ул дүшәмбе - йома – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем.
Шәмбе - йәкшәмбе – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.
“Ғаилә” үҙәктәрендә балалар тауарҙары, сабыйҙар өсөн өҫ кейеме ҡабул ителә. Райондарҙа шулай уҡ “Ҡыҙыл тәре” йәмғиәте һәм хәйриә ойошмалары әйберҙәр ҡабул итәсәк.
Балаларға, шулай уҡ балаларҙың хәле өсөн борсолған ата-әсәләргә психологик ярҙамды Берҙәм балалар ышаныс телефоны буйынса алырға мөмкин: 8-800-2000-122. Шылтыратыу Рәсәй операторҙарының номерҙарынан бушлай. Телефон тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтың бөтә мөрәжәғәттәрен дә ҡабул итә. Хәлде контролдә тотабыҙ. Мәғлүмәт еткерергә һәм һөйләргә әҙербеҙ. Ауыр, еңел булмаған хәлдең тыныс юл менән тамамланыуына өмөтләнәбеҙ. Һәм халҡыбыҙ менән ғорурланабыҙ – һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.