Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ҡарамағындағы Луганск һәм Донецк республикаларының эвакуацияланған граждандарына Йәмәғәт ярҙамы штабына кешеләр кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары алып килә башланы.
“Бөгөн иртән Өфөнөң Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан ҡабул итеү пунктына өфөләр тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәрен килтерә, – тип һөйләне Йәмәғәт ярҙамы штабы етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Насретдинов. – Шулай уҡ Башҡортостанда партияның урындағы 63 бүлексәһендә Луганск һәм Донецк республикаларының эвакуацияланған граждандарына йәмәғәт ярҙамы штабы ҡарамағында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункттар эшләй башланы".
Атап әйткәндә, Өфөнән Фәриҙә Бәширова штабҡа иң беренсе булып килгән, балалар, үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биш пакет кейем килтергән.
“Донецкиҙан һәм Луганскиҙан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам кәрәклеген белдем. Кейемдәр, үҫмерҙәр кейемдәре, йылы балалар әйберҙәре алып килдем. Йәнә яңы ойоҡ, бейәләй, шарф, бәйләнгән башлыҡтар һалдым. Иртәгә лә мохтаждар өсөн әйберҙәр алып килергә планлаштырам. Башҡортостандың бар халҡына мөрәжәғәт итәм: әйҙәгеҙ, был кешеләр өсөн кәрәкле әйберҙәр йыйыуҙа әүҙем ҡатнашайыҡ. Үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ. Бындай бәлә беҙҙең менән булмаһын”, – тип күҙ йәштәре аша кисерештәре менән уртаҡлашты ҡатын.
“Йәмәғәт ярҙамы штабының Луганск, Донецк республикаларынан туғандарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу тураһында радио аша ишеттем. Тәү сиратта кәрәкле аҙыҡ-түлек: ярмалар, макарондар, көнбағыш майы, консервалар һатып алдым”, – тине Өфөлә йәшәүсе Мирхәт Ғайсин.
Йәш быуын да вайымһыҙ ҡалманы. Дмитрий Ищиреков менән Евгений Коровин шәхси гигиена тауарҙары, аҙыҡ-түлек килтерҙе. Йәштәр үҙҙәренең ситтә ҡала алмауы һәм мотлаҡ тағы ла ярҙам итәсәге хаҡында әйтте.
“Социаль селтәрҙәрҙән Луганск һәм Донецк республикаларында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам кәрәклеге хаҡында белдек. Дуҫыбыҙ менән йыйылып, магазинға барҙыҡ, һатып алдыҡ. Кешеләргә, айырыуса ошондай ауыр ваҡытта, ярҙам итергә кәрәклеге тураһында башҡаларға ла әйтәсәкбеҙ”, – тине Дмитрий Ищиреков.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләрендә Луганск һәм Донецк республикаларының эвакуацияланған граждандарына Йәмәғәт ярҙамы штабы ҡарамағында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункттар эшләй.
Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡабул ителә.
Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә лә ҡабул итеү бар.
Эш режимы:
Дүшәмбе - йома – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем.
Шәмбе - йәкшәмбе – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге - 8 (347) 218-19-19.
Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".