Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2022, 15:00

Премьер-министр үҙе контролдә тотасаҡ

"Был генераль подрядсы бик яуапһыҙ булып сыҡты. Ул республикала башҡа бер бина ла төҙөмәйәсәк". Андрей Назаров Сибайға сәфәренә бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Премьер-министр үҙе контролдә тотасаҡ
Премьер-министр үҙе контролдә тотасаҡ

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды. Аҙаҡ ул был турала тәьҫораттары менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты. Тәү сиратта һүҙ Сибайҙа төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар госпитале тураһында барҙы.

“Бөгөн Сибайҙа булдым. Иртә менән яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшөнә барҙым. Ковидҡа бәйле хәл һаман ҡатмарлы булып ҡалғас, объектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырыу бик мөһим. Шуның менән бергә, тиҙлеккә ҡарамаҫтан, сифатҡа ла зыян килергә тейеш түгел – һуңынан табиптарҙың иғтибарын бер ни ҙә эштәренән ситкә йүнәлтергә тейеш түгел. Шуға бөгөн үҙем тикшерҙем.

Дөйөм алғанда, графикка ярашлы барабыҙ. Төҙөүселәр фундаментын, стеналарын, ҡыйығын тамамлаған. Эске һәм тышҡы селтәрҙәрҙе үткәреүгә тотонғандар. Зубовта һәм Стәрлетамаҡта госпиталдәр төҙөүҙәге кеүек үк, беҙ бында ла бөтә процестарҙы параллелләштерҙек: төҙөлөш менән бер үк ваҡытта ҡорамалдар һатып алабыҙ, персоналды йыябыҙ һәм уҡытабыҙ, лицензия алыу өсөн документтар әҙерләйбеҙ. Эштәрҙе эҙмә-эҙлекле ойошторғанда, быларҙың барыһы ла кәмендә ярты йыл ваҡытты алыр ине.

Әле бында 400-ҙән ашыу кеше эшләй. Уларҙың һанын арттырырға һәм эштәрҙе тиҙләтергә ҡушылды. Резервтар бар, ә ваҡыт аҙ ҡала. Тәүге пациенттарҙы 18 мартта ҡабул итә башларға тейештәр.

Сибайҙағы госпиталь Зубов һәм Стәрлетамаҡтағынан бәләкәйерәк буласаҡ, шулай ҙа, кәрәк булһа, уны киңәйтә аласаҡбыҙ. Әлегә 50 бокслы палата эшләйәсәкбеҙ, шуларҙың унауһы – реанимация палаталары. Инфекция бүлегенән тыш, бында ҡабул итеү, интенсив терапия, экспресс-лаборатория, эндоскопия кабинеты, шулай уҡ ультратауыш һәм функциональ диагностика буласаҡ. Дауаханала медицина ярҙамын бер үк ваҡытта иң күбе 230 пациент алыу мөмкинлегенә эйә. Урындар кислородҡа тоташтырыла. Ошонда уҡ, биләмәлә, вертолеттарҙа алыҫ ерҙәрҙән пациенттарҙы алып ҡайтырға мөмкин булһын өсөн медицина газдары станцияһын һәм вертолет майҙансығын төҙөйбөҙ”, – тип яҙҙы Премьер-министр.

Андрей Назаров иғтибар иткән тағы бер проблема – мәктәп төҙөлөшө.

“Иҫке Сибайҙағы мәктәп төҙөлөшө лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Был бик проблемалы объект. Эштәр унда бик яй бара. Беренсе генераль подрядсы бик яуапһыҙ булып сыҡты. Барлыҡ файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын өҙҙө, шуға күрә беҙ уны алдыҡ һәм намыҫһыҙ төҙөүселәр реестрына индерҙек. Бынан һуң ул республикала башҡа бер бина ла төҙөмәйәсәк – һәр хәлдә дәүләт заказы сиктәрендә. Бөгөн яңы подрядсы менән аралаштым. Уны төҙөүселәре дүшәмбе көн майҙансыҡҡа сығасаҡ, тип килештек. Яңы уҡыу йылын урындағы балалар 1 сентябрҙә яңы мәктәптә башлай алһын өсөн 21 августа барыһы ла тамамланасаҡ. Объектты айырым контролдә тотам, шуға күрә бер нисә аҙнанан бында йәнә киләсәкмен. Эштең нисек барыуын ҡараясаҡмын.

Шулай уҡ Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн тикшерҙем. Уны халыҡ күптән көтә. Булған бина иҫкергән һәм заман талаптарына яуап бирмәй. Шуға күрә республика Башлығы беҙгә яңы объект төҙөргә ҡушты. Подрядсы, дөйөм алғанда, ышаныслы, әммә графиктан бер аҙ ҡалыша. Тиҙләтергә ҡуштым. Мартта ла килермен, тикшереп сығам. Ғөмүмән, объектты йыл аҙағына тиклем тапшырырға планлаштырабыҙ. Урындағы балалар уңайлы шарттарҙа дауаланһын өсөн. Республиканы илдең иң уңайлы төбәге итергә вәғәҙә итеүебеҙҙе онотманыҡмы әле? Бына тырышабыҙ.

Үрҙә телгә алынған объекттарҙан тыш, урындағы хакимиәт башлыҡтары менән Урал аръяғын үҫтереүҙәге башҡа мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Шул иҫәптән инвалид балалар өсөн күп профилле белем биреү үҙәгенең яңы бинаһын, йыл әйләнәһенә эшләгән “Шифа” һауыҡтырыу лагерын, яңы мәктәп һәм был урындарҙа энергия дефицитын бөтөрөү өсөн электр ярҙамсы станцияһын төҙөү.

Барығыҙға ла һаулыҡ!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: А. Назаровтың Фейсбуктағы сәхифәһе. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: