Луганск һәм Донецк республикаларынан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн тауарҙар исемлеге төҙөлгән.
Гуманитар ярҙам сифатында түбәндәгеләр булырға мөмкин:
- түшәк кәрәк-яраҡтары (одеял, мендәр, простынялар),
- ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәрҙең миҙгелгә ярашлы кейеме (эске кейем, ойоҡбаш, аяҡ-кейеме),
- миҙгелгә ярашлы балалар кейеме һәм аяҡ кейеме (күкрәк, урта һәм өлкән йәштәгеләр)
- сүпрәле изделиелар,
- сәй, кофе,
- шәхси һаҡланыу саралары,
- балалар аҙығы (ҡоро),
- ҡоро паек,
- печенье,
- кәнфиттәр,
- шәкәр,
- ҡуйыртылған һөт,
- ярмалар,
- макарон изделиелары,
- консервалар,
- тоҙланған консевралар,
- теш пастаһы/теш щеткалары,
- шампунь,
- һабын/гель,
- таҫтамал,
- балалар подгузниктары,
- бер һәм күп тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр,
- балалар аҙығы,
- уйынсыҡтар, китаптар, канцелярия тауарҙары,
- бәҙрәф ҡағыҙы,
- ҡатын-ҡыҙ өсөн гигиенаһы саралары,
- дымлы салфеткалар,
- бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба (стакан, тәрилкәләр, ҡалаҡтар),
- кулерҙар,
- шешәгә тултырылған һыу,
- түшәк кәрәк-ярағы,
- удлинитель,
- электр сәйнүктәре.
Иғтибар итегеҙ, гуманитар ярҙамдың бөтә предметтары яңы булырға тейеш (тотош төргәктә, этикетка менән), аҙыҡ-түлек - оҙайлы һаҡлау срогы һәм яраҡлылыҡ срогы менән.
Гуманитар ярҙам түбәндә күрһәтелгән адрес буйынса ҡабул ителә:
Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.
Эш режимы: дүшәмбе – йома, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем.
Шәмбе - йәкшәмбе – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге – 8 (347) 218-19-19.
Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.
Фото: kremlin.ru