Бәләбәй районында йәшәгән 48 йәшлек ҡатын интернет аша Лондон морягы Остин Марк менән танышҡан.
Ул үҙе Бөйөк Британиянан булыуын, Данияла суднола эшләүен белдергән. Әммә ҡатынға был мөхәббәт бик ҡыйбатҡа төшкән: ул миллиондан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Социаль селтәрҙәге танышыу бик етеҙ темпта барған, өс көн тигәндә улар видеобәйләнешкә сыҡҡан. Остин рус телендә таҙа һөйләшкән, әммә ҡатынды был бер ҙә һағайтмаған.
Берҙән-бер көн Остин Рәсәйгә һөйгәне янына килергә ниәтләнеүен белдергән. Әммә судноға Рәсәй ярҙарына килеп туҡтау үҙ иҫәбенә буласағын иҫкәрткән. Ә үҙенең банк карталары блокировкаланғанлығын, шуға түләй алмағанын әйткән. Ҡатын һөйгәненә ярҙамға ашыҡҡан, алдан 100 мең, шунан 150 һәм 200 мең аҡса күсергән. Һуңынан да бер нисә тапҡыр ҙур суммала аҡса күсереүен дауам иткән ул. Әммә инде осрашабыҙ тигәндә генә Марк, етәкселек мине эштән ебәргеһе килмәй, тип хәбәр иткән. Был осраҡта ла ҡатын аптырап ҡалмаған, ойошманың электрон почтаһына хат ебәреп, ойошма иҫәбенә лә аҡса күсергән.
Бына, ниһайәт, осрашыу минуттары етеп килгән, һөйгәне, аэропортҡа ҡанатланып осам, бурысымды ла түләрмен, тигән. Тик бына бәлә, таныш булмаған кешеләр, полиция тип таныштырып, Остиндың ҙур сумма аҡса өсөн ҡулға алыныуын әйткән. Ҡотҡарыу өсөн адвокатҡа аҡса һорағандар. Бик ярҙам итер ине лә, ҡатындың аҡсаһы ҡалмай шул. Бынан һуң Остин бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай, шылтыратмай башлай. Шунда ғына ҡатын мутлашыусыларға эләккәнлеген аңлай, әммә бик һуң – ул 1 миллион 250 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан була.
Фотола Дания морягы.