Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, республикабыҙ бөгөндән Луганск һәм Донецк республикаларынан эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер. Был эште ойоштороу өсөн Башҡортостанда оператив штаб булдырылған, уның етәксеһе вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
– Тиҙҙән тәүге кешеләрҙе ҡабул итәсәкбеҙ, был ике мең самаһы кеше. Беҙ улар өсөн мобиль урынлаштырыу пункттарын астыҡ та инде. Кешеләрҙе йылы ҡабул итеүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк, унда башлыса оло йәштәгеләр, ҡатындар һәм балалар. Балалар бөтә кәрәкле мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм дәреслектәр менән тәьмин ителергә, мәктәптәрҙә уҡый башларға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы эвакуацияланған граждандар барасаҡ муниципалитет башлыҡтарына был кешеләрҙе ҡабул ителәсәк урындарға шәхсән барырға һәм шарттарҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шифаханаларҙы әҙерләргә тейеш.
– Мине был осраҡта иң ҡыуандырғаны – халҡыбыҙҙың битараф булмауы. Был республикаларҙан кешеләр киләсәк тигән мәғлүмәт барлыҡҡа килеү менән беҙҙең халыҡ уларға яҙам итергә теләк белдерҙе. Мәҫәлән, кисә Яңауылдан бер ҡатын үҙ фатирына тотош ғаиләне ҡабул итергә әҙер икәнлеген яҙҙы. Был бик яҡшы, – тине Радий Фәрит улы.
Республикала ысынлап ирекһеҙҙән күсеп килгәндәргә төрлө ярҙам күрһәтергә теләгәндәр бик күп. Был маҡсатта гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолдо. Һәр теләгән кеше әйбер, аҙыҡ-түлек килтерә ала.
- Әгәр кешеләр ярҙам итергә теләй икән, был ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Кемдер әйбер килтерер, кемдер ирекмәнлек ярҙамы күрһәтер. Уны ҡабул итергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса ҡабул ителә.
Эш режимы: дүшәмбе - йома - иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем.
Шәмбе - йәкшәмбе - иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
Йәмәғәт ярҙамы штабының Берҙәм кол-үҙәге: 8 (347) 218-19-19.
Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.
Фото: tehnowar.ru