Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2022, 12:15

Башҡортостан вице-премьеры – Франция инвесторҙарына ҡаршы активистар хаҡында: “Улар проблемаларҙы реаль хәл итеүгә битараф”

Азат Бадранов ерҙе сит ил умартасыларына тапшырыуға ҡаршы ойошторолған флешмобҡа аңлатма бирҙе.

Башҡортостан вице-премьеры – Франция инвесторҙарына ҡаршы активистар хаҡында: “Улар проблемаларҙы реаль хәл итеүгә битараф”
Башҡортостан вице-премьеры – Франция инвесторҙарына ҡаршы активистар хаҡында: “Улар проблемаларҙы реаль хәл итеүгә битараф”

Башҡортостан вице-премьеры Азат Бадрановтың фекеренсә, ерҙе Франция инвесторҙарына биреүгә ҡаршы сығыш яһаған Ишембай районы халҡы флешмобы сәйәси нигеҙгә эйә. Мәғлүм булыуынса, уҙған йәкшәмбе халыҡ протест акцияһы ойошторҙо. Улар ситтән килтерелгән бал ҡорттары башҡорт бал ҡорттарын һәләк итәсәк тип хәүефләнә. Сараны ойоштороусылар унда ике мең кеше ҡатнашыуы тураһында белдерҙе.

“Ишембай районы умартасыларына бәйле хәл, мәсьәләләрҙе тикшереү буйынса планға ярашлы эш алып барабыҙ. Кесе йомалағы осрашыуҙан һуң тағы ла шәмбе осрашып һөйләштек. Унда урындағы умартасыларҙан торған эш төркөмө төҙөлдө, урындағыларҙың һәм инвесторҙарҙың умарталыҡтары өсөн урман участкалары буйынса тәҡдимдәр индерелде. Иртәгә иһә инициатива төркөмөнөң “Ишембай районы умартасылары йәмғиәте”н төҙөү буйынса осрашыуы була”, – тине Азат Бадранов.

Вице-премьер әйтеүенсә, әле беҙ бер-береһенә бәйле булмаған ике процесты күҙәтәбеҙ.

“Тәүгеһе – Ишембай районы биләмәһендәге умартасылыҡ мәсьәләләрен ентекле хәл итеү, икенсеһе – проблемаларҙы конструктив яйға һалмайынса, килешелмәгән асыҡ акциялар үткәреү юлы менән ошо мәсьәләләрҙе бер яҡлы сәйәсиләштерергә маташыу. Быныһы инде алданыраҡ әйткән һүҙҙәремде йәнә раҫлай: халыҡты урамға сығарырға теләгәндәрҙе Ишембай умартасыларының проблемаларын реаль хәл итеү ҙә, бигерәк тә “башҡорт” бал ҡорто популяцияһы һәм уның хәле лә ҡыҙыҡһындырмай. Шулай булмаһа, төбәк проблемаларына “битараф булмаған” был кешеләр мәсьәләләрҙе ентекле тикшереүгә ҡушылыр ине”, – тине Азат Бадранов.

Уның билдәләүенсә, башҡорт бал ҡортоноң юҡҡа сығыу хәүефе килешелмәгән асыҡ акцияны ойоштороусыларҙың төп фекерен тәшкил итә.

“Был конспирологик хәйләнең ысын хәл менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Беҙҙә тотош умартасылыҡ һәм апитерапия институты башҡорт бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән эш алып бара, башҡорт бал ҡорттары өсөн генә бүленгән биләмәләр бар, Ауыл хужалығы министрлығы умартасыларға, шул иҫәптән башҡорт бал ҡорто популяцияһына булышлыҡ итеү буйынса финанс ярҙамы сараларын тормошҡа ашыра”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары.

Азат Бадранов шулай уҡ килешелмәгән асыҡ акцияла халыҡтың ҡатнашыуын баһалауға ҡарата фекерен белдерҙе.

“Килешелмәгән асыҡ акцияға баһалар ҙа төрлө. Уны ойоштороусылар сарала ҡатнашыусылар күләмен арттырып әйтә, шул уҡ ваҡытта хоҡуҡ тәртибе органдары тарафынан белдерелгән һандар байтаҡҡа кәмерәк. Әйткәндәй, Маҡар ауыл Советындағы умартасылар хәбәр итеүенсә, был флешмобта улар ҡатнашмаған, урындағы халыҡ та ундағы кешеләрҙең биштән бер өлөшөн генә тәшкил иткән. Телгә алынған мәсьәләлрҙе ентекле тикшереү тиҙҙән барыһын да үҙ урынына ҡуйыр, тип ышанам”, – тине Азат Бадранов.

Фото: bashinform.ru/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: