Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2022, 14:00

Бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел

Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөн уҙғарыу буйынса йөкләмәләр бирҙе. 

Бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел
Бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел

Иртәнән һуң илебеҙҙә ҙур байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнө үтәсәк. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был байрамға әҙерлек тураһында әйтте.

– Ике көндән иң яратҡан һәм мөһим байрамдарыбыҙҙың береһе, Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Беҙҙең һөйөклө ҡатындарыбыҙ ҡәҙерле ирҙәренә бүләктәр һатып алғандыр ҙа инде, моғайын. Бөтә муниципалитеттарҙан да үҙ сараларын уҙғарыуҙы һорайым. Йоманан алып байтаҡ сикләүҙәрҙе бөтөргәнде беләһегеҙ, шул иҫәптән QR-кодтарға бәйлеләре лә. 23 февралдә республика кимәлендәге саралар ҙа буласаҡ – сәскә һалыу, тантаналы ултырыш, бай программа көтөлә, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ ул район хакимиәттәре башлыҡтарына хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың ғаиләләре өсөн ҡотлауҙар ойошторорға ҡушты.

“Әлбиттә, хәрби хәрәкәттәр барышында зыян күргән яугирҙәр һәм отставкалағы офицерҙар, хәрби хеҙмәт инвалидтары һәм башҡалар иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын, был бик мөһим. Ошоға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Шулай уҡ һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләре онотолмаһын, һәр муниципалитет, һәр башлыҡ улдары Чечен һуғышында, йәки Афған һуғышында, йәки башҡа ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың ата-әсәләренә барып етһен”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: ufa-news.net

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: