Ҡышын һәм яҙын Рәсәйҙә рәсми байрамдар йыш билдәләнә, тимәк ял көндәре лә күберәк. Оҙаҡламай Ватанды һаҡлаусылар көнө етә, унан һуң Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Быйыл был байрамдарҙа нисек ял итәбеҙ икән? Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы аңлатма бирә.
Шулай итеп, быйыл 23 февраль аҙна уртаһына, шаршамбыға тура килә. Шуға күрә был көндө бер генә көн ял итәсәкбеҙ. Ә 22 февралдә, байрам алды көнө булараҡ, эш сәғәттәре ҡыҫҡартыласаҡ.
8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә иһә ял көндәре күберәк буласаҡ. 8 март шишәмбегә тура килә. Әммә бер юлы ял итеү маҡсатында, 5 март шәмбе эш көнө ителәсәк (ул 7 мартҡа күсерәлә) һәм артабан 6, 7 һәм 8 мартта ял көндәре тип иғлан ителә. Шулай булғас, март башында беҙҙе алты көнлөк эш аҙнаһы көтә.
Киләһе оҙайлы ялдар май байрамдарына тура килә. 1-нән 3 майға һәм 7-нән 10 майға тиклем ял итәсәкбеҙ.
Фото: vklike.net.ru